Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Декабрь 2023, 10:30

«Ҡыпсаҡ-ТВ» медиастудияһы асылды

Ниһайәт, көтөп алған, тулҡынландырғыс көн дә килеп етте. Матур, яҡты, заманса йыһазландырылған «Ҡыпсаҡ-ТВ» медиастудияһы асылды.

«Ҡыпсаҡ-ТВ»  медиастудияһы асылды
«Ҡыпсаҡ-ТВ» медиастудияһы асылды

Был исем рухлы ла, наҙлы ла, патриотик яңғырашлы ла. Был юҫыҡта беҙ тәүге тапҡыр 2013 йылда эш башланыҡ. Тәүге алып барыусылары Нурзилә Усманова, Сөмбөл Исхаҡова, Гөлгизә Дауытова булһа, операторҙар булып Алина Боҫҡонова һәм Искәндәр Абдуллин эшләне.
Беҙҙең шатлығыбыҙҙы уртаҡлашырға район мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Сәйфитдинов, район Советы депутаты, ауылдашыбыҙ Айгиз Шәрипов һәм «Таң» гәзите редакцияһы фотохәбәрсеһе Булат Тимерғәлиев килде. Иң беренсе З. Боҫҡонов, Б. Тимерғәлиев, Л. Хәлиуллина, И. Үтәбаев фото һәм видео монтажлау буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Артабан мәктәп кимәлендә иғлан ителгән «Мин-талант» видеолар конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Был конкурсҡа 45 эш ҡабул ителде, шуларҙың 17-һе иң яҡшыһы тип табылды. Наҙгөл Үтәбаева (4-се класс), Кинйә Ҡаһарманов (5-се класс), Зилиә Ҡарамышева (9-сы класс) - 1-се урынға сыҡһа, Ильяс Билалов (3-сө класс), Ленара Мәсәғотова (5-се класс), Лиана Мәхмүтова (10-сы класс), Нурислам Сәйфетдинов (4-се класс), Илгизә Йәһүҙина (8-се класс) 2-се һәм 3-сө урындарҙы бүлештеләр. Ете уҡыусы махсус бүләк менән бүләкләнде, Д. Әфләтүнов, И. Мөхәмәтҡолова, К. Байназарова номинация еңеүселәре тип билдәләнде. Уларға иҫтәлекле бүләктәр, грамоталар тапшырылды. Сара аҙағында уҡыусылар блогерҙар һәм медиажурналистар сафына ҡабул ителде. Киләсәктә уҡыусыларға медиаүҙәктең абруйын һаҡларға, традицияларын хөрмәт итергә, яңылыҡтарҙы даими күҙәтергә, ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар булып ҡалырға тигән теләктәр әйтелде.
Айгөл Үтәбаева.

«Ҡыпсаҡ-ТВ»  медиастудияһы асылды
«Ҡыпсаҡ-ТВ»  медиастудияһы асылды
«Ҡыпсаҡ-ТВ»  медиастудияһы асылды
«Ҡыпсаҡ-ТВ»  медиастудияһы асылды
«Ҡыпсаҡ-ТВ»  медиастудияһы асылды
«Ҡыпсаҡ-ТВ»  медиастудияһы асылды
«Ҡыпсаҡ-ТВ»  медиастудияһы асылды
«Ҡыпсаҡ-ТВ»  медиастудияһы асылды
«Ҡыпсаҡ-ТВ»  медиастудияһы асылды
«Ҡыпсаҡ-ТВ»  медиастудияһы асылды
«Ҡыпсаҡ-ТВ»  медиастудияһы асылды
«Ҡыпсаҡ-ТВ»  медиастудияһы асылды
«Ҡыпсаҡ-ТВ»  медиастудияһы асылды
«Ҡыпсаҡ-ТВ»  медиастудияһы асылды
«Ҡыпсаҡ-ТВ» медиастудияһы асылды
Автор:
Читайте нас: