Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Декабрь 2023, 09:25

“Ғүмер буйы Мөҙәрис апа өйрәткән буйынса балта һаплайым”

Мәктәп өсөн дә бик күп кәрәкле әйберҙәр эшләнек. Шулай ҙа иң күбеһе указкалар эшләгәнебеҙҙер - уҡытыусылар башҡа һуғып һындырып тора, беҙ яңыларын эшләп торабыҙ. Вәхит ағай ул замандарҙа ауылда иң оҫтаһы булғандыр...

“Ғүмер буйы Мөҙәрис апа өйрәткән буйынса балта һаплайым”
“Ғүмер буйы Мөҙәрис апа өйрәткән буйынса балта һаплайым”

Яңы уҡыу йылынан хеҙмәт (хәҙер технология тип йөрөтәләр, шикелле) дәрестәрен ҡабаттан тергеҙергә уйлайҙар.
Беҙ уҡыған осорҙа (70-се йылдар) хеҙмәт дәрестәре аҙнаһына 2-3 сәғәт була торғайны. Малайҙар өсөн бик кәрәкле дәрес булды хеҙмәт дәрестәре. Оҫта ҡуллы уҡытыусылар тормошта кәрәкле оҫталыҡ һабаҡтары бирҙеләр.
4-се класта уҡығанда Мөҙәрис апа Ғәликәевтың нисек балта һапларға өйрәтеүе һаман да күҙ алдында. Шундай ябай һәм малайҙарға аңлайышлы итеп һөйләп, балта һаплап күрһәтте. Ғүмер буйы Мөҙәрис апаның өйрәткәне буйынса балта һаплайым. Был бер генә миҫал.

Нисек иҙән йәйергә, таҡтаның ҡайһы яғын йышырға, нисек һыҡтырырға һ.б. өйрәндек.
Һуңынан, армиянан ҡайтҡас та, Вәхит ағай Идалин хеҙмәт дәрестәрен алып барҙы. Ул инде ултырғыстар,  кейем элгестәр (вешалкалар), ағастан юнып, төрлө сувенирҙар һәм башҡа күп әйберҙәр эшләргә өйрәтте.

Ҙур бакта лак ултыра, ағастан эшләгән сувенирҙарыбыҙҙы  шунда тығып ала инек. 8 мартҡа әсәйҙәргә эшләгән бүләк иҫтә ҡалған. Фанер киҫәгенә тәүҙә ҡул лобзик бысҡыһы менән (ул лобзиктың ҡыл һымаҡ ҡына бысҡыларын ҡурмас урынына “сирҙыҡ” ҡына) 8 март һанын һәм хәрефтәрен уйып алдыҡ. Һуңынан фанерҙы ҡара шалға буяп, төшөрөлгән һүрәтте сувенир бысағы менән уйып алдыҡ. Бик матур бүләк килеп сыҡты, магазиндыҡы ары торһон.

 Мәктәп өсөн дә бик күп кәрәкле әйберҙәр эшләнек. Шулай ҙа иң күбеһе указкалар эшләгәнебеҙҙер - уҡытыусылар башҡа һуғып һындырып тора, беҙ яңыларын эшләп торабыҙ. Вәхит ағай ул замандарҙа ауылда иң оҫтаһы булғандыр. Үҙенең оҫталығын хәленән килгәнсә беҙгә - уҡыусыларына бирергә тырышты. Районда тәү тапҡыр үткәрелгән йәш рәссәмдәр конкурсына ҙур команда алып барып, еңеп ҡайттыҡ - Исҡужин Вәзир район буйынса беренселекте алһа, икенсе урын миңә эләкте. Вәхит ағай, картиналарығыҙ миндә ята, тиһә лә, үкенескә, эҙләп таба алманыҡ.

Ҡыпсаҡтағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған тәүге обелискты ла Вәхит ағай эшләне. Фанерҙан эшләп, тимер менән көпләне.
Беҙҙе хеҙмәт дәресенән шундай оҫта уҡытыусылар уҡытып, ғүмерлеккә кәрәк оҫталыҡҡа өйрәттеләр. Шуға ла мин хеҙмәт дәрестәрен киренән тергеҙеүҙе  бик урынлы тип һанайым.

Фәрзәт Ҡаһарманов, Әбделмәмбәт ауылы.

Автор:
Читайте нас: