Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Декабрь 2023, 08:55

Хеҙмәт дәрестәре тергеҙелә, телефондар тыйыла

Хәйер, беҙ мәктәптә  уҡығандағы кеүек.  Бер өйҙә хәҙер 3-4 телефон булһа, ул саҡта тотош бер ауылға кәнсәләге “Але, станция”, тип шылтырата торған бер телефон булды...

Хеҙмәт дәрестәре тергеҙелә, телефондар тыйыла
Хеҙмәт дәрестәре тергеҙелә, телефондар тыйыла

Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа мәғариф тураһында законға үҙгәрештәр ҡабул итте. “Башинформ” хәбәр итеүенсә, мәктәптәрҙә балаларҙың телефон менән файҙаланыуын тыйыуға һәм хеҙмәт дәрестәрен кире ҡайтарыуға ҡағыла.

Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин үҙенең телеграм-каналында парламентарийҙарҙың закон проектын Рәсәй халҡының тәҡдимдәрен иҫәпкә алып эшләп бөтөргә тигән ҡарар ҡабул итеүен билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, төҙәтмәләр икенсе уҡыуға индерелә, уға ярашлы, дәрестә телефондар ҡулланыу тыйыла (ашығыс осраҡтарҙан тыш) һәм мәктәптәргә мотлаҡ фән итеп хеҙмәт дәресе кире ҡайтарыла.

«Хеҙмәт тәрбиәһе — белем биреү процесының айырылғыһыҙ өлөшө. Ул һәр бала өсөн кәрәк. Был төҙәтмәләрҙе декабрь башында ҡарарға йыйынабыҙ», — тигән Вячеслав Володин.

Автор:
Читайте нас: