Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Декабрь 2023, 10:45

Хеҙмәт дәресе... ҡотҡарҙы

...Берҙән-бер көн бының тағы йылмандап беҙҙе ҡарап ултырғанын аңғарып ҡалдым да, партам аҫтындағы портфель янында “ғәҙәттән тыш” осраҡтарҙы көтөп ятҡан йәтеш кенә утын киҫәген алып, тегенең беҙҙең парталағы ҡулына тондорҙом. Был ҡулын тартып алды ла, тиҙ генә еңен асты. Ә унда... ул ваҡытта һирәктәр өлөшөнә генә насип булған ҡул сәғәте... Ватылған...

Хеҙмәт дәресе... ҡотҡарҙы
Хеҙмәт дәресе... ҡотҡарҙы

Хеҙмәт дәрестәре индерелә, тигәс, мәктәп йылдары иҫкә килеп төштө. Хеҙмәт дәрестәрен ул саҡта малайҙар менән ҡыҙҙарға бергә үткәрә торғайнылар. Беҙ ҙә, ҡыҙҙар, малайҙар ыңғайына таҡта йышабыҙ, ҡул бысҡыһы менән бысабыҙ...

8-се класта уҡығанда булды, ахыры, был хәл. Әхирәтем Фирҙәүес менән бер парта артында ултырабыҙ. Беҙгә йәнәшә рәттә, беҙҙән бер парта алдараҡ класташыбыҙ Азаматтың урыны. Иң зыйтҡа тейгәне – ул кеҫәһенән бәләкәй көҙгөһөн сығарып, шунан аша беҙҙе йылмандап ҡарай ҙа ултыра. Етмәһә, икенсе ҡулын беҙҙең партаға һала. Ә беҙгә был оҡшамай. Һөҙөмтәлә, үсегәбеҙ, әрләшәбеҙ. Уға шул ғына кәрәк тә. Шаярырға бер сәбәп бит.

Берҙән-бер көн бының тағы йылмандап беҙҙе ҡарап ултырғанын аңғарып ҡалдым да, партам аҫтындағы портфель янында “ғәҙәттән тыш” осраҡтарҙы көтөп ятҡан йәтешерәк утын ағасын алып, тегенең беҙҙең парталағы ҡулына тондорҙом. Был ҡулын тартып алды ла, тиҙ генә еңен асты. Ә унда... ул ваҡытта һирәктәр өлөшөнә генә насип булған ҡул сәғәте йәшеренеп торған... Ватылған...

Ҡот ҡалманы. Юҡ, Азаматтан ҡурҡманым. Әсәһе Фәриҙә Хисамовна уҡытыусы ине, уҫал ғына уҡытыусы итеп беләбеҙ, етмәһә - унан ныҡ ҡурҡтым.

Дәрестәр бөткәнсе класс ишеге асылған һайын тертләп ултырҙым. Ярай, инмәне.

Төштән һуң мәктәпкә ниндәйҙер сараға саҡырҙылар. Унда ла ҡурҡып йөрөнөм. Тауыш-тын булманы былай.

Билдәһеҙлек бик ауыр. Аҡыллы ғына йөрөйөм. Икенсе көн дәрескә йәнә ҡурҡыбыраҡ барҙым. Тауыш-тын юҡ. Тик минең сабырлыҡ шырт итеп һынды - хәйләкәрлекте эшкә ектем... Күпме түҙмәк кәрәк билдәһеҙлеккә!

“Азамат, егет түгел икәнең. Кисәгене, сәғәтеңде онтағанды, әсәйеңә әйткәнең бит әле”, тинем уфтыҡ менән. Был аптырап китте. Шунан: “Мин әсәйемә хеҙмәт дәресендә таҡта ташығанда таҡта төштө, тигәйнем ул”, тимәһенме. Уф... Өҫтөмдән ауыр йөк төшкәндәй булды. “Ысын егет икәнһең, Азамат”, тип әйткем килде, тик, ҡайҙа ул, ғорурлыҡ, хатта тәккәберлек нимә ҡуя – өндәшмәнем.

Бына хеҙмәт дәрестәрен тергеҙеү хаҡындағы хәбәр 41 йыл үткәс шул ваҡиғаны иҫкә төшөрҙө...

Әйткәндәй, бүтән көҙгөһө менән беҙҙе бимазаламаны Азамат та...

Хәйер, 41 йылдан һуң: “Класташ, шул ваҡытта егет була белгәнең өсөн рәхмәт” тип әйтке килә былай...

(Утын ағасына килгәндә, яуызлыҡ ҡоралы түгел, үҙ-үҙемде яҡлау ихтималлығына “запас”, эш ҡоралы булғандыр ул. Уның менән партаның килеп сыҡҡан сөйөн дә ҡатып ала инем. Бүтән кешегә ҡаршы ҡорал итеп ҡулланғанымды хәтерләмәйем һәр хәлдә. Тыныслыҡ теләһәң, һуғышҡа әҙерлән, тигән бит боронғо Римдең хәрби яҙыусыһы Флавий Вегеций)))).

Хеҙмәт дәресе... ҡотҡарҙы
Хеҙмәт дәресе... ҡотҡарҙы
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: