Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Ноябрь 2023, 14:30

Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы Мәскәүҙе “яулап ҡайтҡан”

Иҫке Собханғол дөйөм белем биреү мәктәбенең физика уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы Хәкимова 2 ноябрҙән 13 ноябргә тиклем Мәскәү ҡалаһында уҡып ҡайтҡан. Иң мөһиме, йомғаҡлау тестары ваҡытында ул 45 мөмкинлектән 44 балл йыйыған.

Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы Мәскәүҙе “яулап ҡайтҡан”
Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы Мәскәүҙе “яулап ҡайтҡан”

- Ҙур рәхмәтемде Башҡортостан Хөкүмәтенә, мәғариф министрлығына, Бөрйән районы мәғариф бүлегенә еткергем килә. Рәсәйҙең баш ҡалаһында уҡыу, төрлө урындар менән танышыу, музейҙарға йөрөү күңелдәрҙә ҙур иҫтәлек ҡалдырҙы. МФТИ, МГУ - Рәсәйҙең иң алдынғы вуздары иҫәбендә. Студенттарҙың шул тиклем белемле булғанына һоҡланып, ҡыуанып йөрөнөм. Белем, тәрбиә, намыҫ һәр ваҡыт беренсе урында торорға тейештер тип уйлайым, ул ваҡытта илебеҙ алға китәсәк. Иң мөһиме, тыныслыҡ булһын. 10 көн уҡығандан һуң белем кимәлен тикшерергә тест үттек. Районыбыҙ йөҙөнә ҡыҙҙыллыҡ килтермәй, бөтә бирелгән эштәрҙе дөрөҫ эшләп, 21-се мәсьәләне тулынса аңлатмағанлыҡтан, 45 балдан 44 балл йыйып (99 процент), танытма алдым, - ти Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы.

Үҙ эшенең оҫтаһы, үҙ фәнен камиллығында белгән һәм балаларға уны бирә белгән, фиғеле, булмышы менән Уҡытытусы булып танылған Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы өсөн бик шатбыҙ һәм уға киләсәктә лә иҫәнлек-һаулыҡ, эшендә һәм тормошонда уңыштар теләйбеҙ.

Фотографии из страницы Ф. Хакимовой.

Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы Мәскәүҙе “яулап ҡайтҡан”
Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы Мәскәүҙе “яулап ҡайтҡан”
Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы Мәскәүҙе “яулап ҡайтҡан”
Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы Мәскәүҙе “яулап ҡайтҡан”
Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы Мәскәүҙе “яулап ҡайтҡан”
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: