-2 °С
Ясна
ГАЗ, УАЗ һәм ПАЗ маркалы 49 өр-яңы мәктәп автобустарын республика Рәсәй төбәктәрендә мәктәп транспортын яңыртыу федераль программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ҡабул итеп алды.
Балаларҙы белем алыу урындарына хәүефһеҙ һәм комфортлы шарттарҙа йөрөтөү бик мөһим бурыстар иҫәбендә. Бөгөнгө көндә республикала 52 мең бала йәшәү урынынан белем алыу урынына һәм кирегә автобустарҙа йөрөтөлә.
Яңы автобустарҙың да юлдары хәүефһеҙ, балаларыбыҙ имен-һау булһын!