Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Ноябрь 2023, 08:40

Азалия иң яҡшы уҡытыусылар иҫәбендә!

Яңы Собханғол төп урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Самарбаева Азалия Мөхәмәт ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең аҡсалата дәртләндереү сараһына лайыҡ булды.

Азалия иң яҡшы уҡытыусылар иҫәбендә!
Азалия иң яҡшы уҡытыусылар иҫәбендә!

Педагогтың эше полилингваль күп профилле дөйөм белем биреү ойошмаларында дәрестәрҙә билингваль һәм полилингваль нигеҙҙә белем биреүсеуҡытыусылар һәм иң яҡшы башҡорт, рус, туған тел уҡытыусылары иҫәбендә билдәләнде.

Иң яҡшы уҡытыусыларға хөрмәт күрһәтеү һәм наградалар тапшырыу Өфөләге “Торатау” Конгресс-холында үтте.

Азалия Мөхәмәт ҡыҙын сираттаға еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Эшендә һәм тормошонда уңыштар, артабан да ижади ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Мәғлүмәттәр (тәржемә менән) һәм фотолар  МКУ Бурзянский РОО төркөмөнән алынды.

Азалия иң яҡшы уҡытыусылар иҫәбендә!
Азалия иң яҡшы уҡытыусылар иҫәбендә!
Азалия иң яҡшы уҡытыусылар иҫәбендә!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: