Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Октябрь 2023, 10:05

Балалар каникулдарында Әбйәлил, Белорет райондарында ял иткән

Иҫке Монасип мәктәбенең 5-се кластан алып 9-сы класҡа тиклем 9 уҡыусыһы өсөн көҙгө каникул 2 көн алдан башланды - улар 26-27 октябрь көндәре "Башҡортостанда мәктәп туризмы" программаһы сиктәрендә күрше Белорет һәм Әбйәлил райондарына сәйәхәт ҡылды. "Урал Тенгри" туроператоры ойошторған "Тауҙарҙа ял" тип аталған тур Әбйәлил районында урынлашҡан "Яҡтыкүл"дән башланды.

Балалар каникулдарында Әбйәлил, Белорет райондарында ял иткән
Балалар каникулдарында Әбйәлил, Белорет райондарында ял иткән

Балаларҙы бында тәмле төшкө аш көтә ине. Тамаҡ ялғап, көрәйеп алғас, гид инструктор Татьяна Юрьевна Калиничева тау саңғыһы үҙәгенә алып барып, махсуслаштырылған кабиналарҙа тау башына алып менеп, юғарынан тәбиғәт менән таныштырҙы. Был бейеклектән йәй көндәре Әбйәлилдә урынлашҡан 12 күлде күрергә мөмкин икән. Беҙ, иһә, 5 күлде күреп, хозурлыҡҡа һоҡландыҡ. Артабан Күсем ауылына, Таһир Күсимовтың музейына, экскурсияға юлландыҡ. Бында беҙҙе яҡты йөҙлө Фәнилә Ишбулды ҡыҙы Билалова ихлас ҡаршы алып, ҡаһарман яҡташабыҙ хаҡында мауыҡтырғыс итеп бик күп мәғлүмәт һөйләне.
Көн кискә ауышҡас, беҙҙе "Березки" ял йортона бөтә уңайлыҡтары булған бүлмәләргә урынлаштырҙылар. Киске аштан һуң балаларға төрлө уйындар ойошторҙолар, дискотека үткәрҙеләр.
Икенсе көнгә иртәнге аштан һуң, автобустарға ултырып Белорет ҡалаһына юлландыҡ. Гид-инструктор Татьяна Юрьевна юлда урынлашҡан ауылдар тарихы менән таныштыра барҙы, "Абҙаҡ" тау саңғыһы комплексы, эзбизташ сығарылған Пугачев карьеры тураһында һөйләп үтте.
Белорет тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында беҙгә ике сара әҙерләнгән ине. Башта Рәсәй геройы генерал Миңлеғәле Шайморатов һәм уның Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы, унан инде бөгөн Украина ерендә барған махсус хәрби операция һәм унда йөрөгән һалдаттарыбыҙ тураһында бик тетрәндергес итеп һөйләп үтте музей хеҙмәткәре. Шулай уҡ балаларҙы яугирҙәрҙең кейеме, кәрәкле әйберҙәре менән дә таныштырып үтте. Икенсе бүлмәлә беҙҙе тағы ла ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәресе көтә ине. Бында инде балаларға тау заводында эшләүселәрҙең традициялары менән таныштырып, төрлө уйындар уйнаттылар. Бөтә балалар ҙа ихлас ҡатнаштылар. Белореттың тарихи урындары буйлап йәйәү үткәндән һуң, тәмле төшкө аш ашап, ике көнлөк сәйәхәттән рухланып, күңелдәр күтәрелеп ҡайтырға ҡуҙғалдыҡ. Балаларға илһөйәрлек тойғоһо, милли рух тәрбиәләүсе, күңелдәрен ҡанатландырыусы матур һәм күңелле, файҙалы һәм мауыҡтырғыс сәйәхәт бүләк иткән Республикабыҙ Хөкүмәтенә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Динара Ҡотлобаева, педагог-психолог.

(Автор фотолары).

Балалар каникулдарында Әбйәлил, Белорет райондарында ял иткән
Балалар каникулдарында Әбйәлил, Белорет райондарында ял иткән
Балалар каникулдарында Әбйәлил, Белорет райондарында ял иткән
Балалар каникулдарында Әбйәлил, Белорет райондарында ял иткән
Балалар каникулдарында Әбйәлил, Белорет райондарында ял иткән
Балалар каникулдарында Әбйәлил, Белорет райондарында ял иткән
Балалар каникулдарында Әбйәлил, Белорет райондарында ял иткән
Балалар каникулдарында Әбйәлил, Белорет райондарында ял иткән
Автор:Т. Баһауетдинова ҡуйҙы.
Читайте нас: