Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Октябрь 2023, 10:20

Илтимер донъяға ижад аша ҡарай

21 октябрҙә 1-се республика полилингваль күп профилле гимназияһында «Йыл Уҡыусыһы-2023» Бөтә Рәсәй дөйөм белем биреү ойошмалары конкурсының беренсе төбәк этабы үтте.

Илтимер донъяға ижад аша ҡарай
Илтимер донъяға ижад аша ҡарай

Конкурстың маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы территорияһында фән, ижад, спорт, йәштәр сәйәсәте, лидерлыҡ, йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм ирекмәнлек өлкәһендә айырым ҡаҙаныштарға эйә булған уҡыусыларға ярҙам итеү.


Конкурс үҙ эсенә 4 һынауҙы ала:


"Йыл уҡытыусылары советы рәйесе»
»Йыл йәмәғәтсеһе"
"Йыл ирекмәндәре»
»Йыл патриоты"
»Йылдың ижади шәхесе"
»Йыл спортсыһы"
»Йыл интеллекты"

Конкурста беҙҙең район исеменән Иҫке Собханғол ауылы мәктәбенең 10 А класы уҡыусыһы Мырҙағолов Илтимер сығыш яһаны һәм «Йылдың ижади шәхесе» номинацияһында 1-се урын алды.


Илтимерҙы еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ҙур уңыштар теләйбеҙ! 

Илтимер донъяға ижад аша ҡарай
Илтимер донъяға ижад аша ҡарай
Илтимер донъяға ижад аша ҡарай
Илтимер донъяға ижад аша ҡарай
Илтимер донъяға ижад аша ҡарай
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: