Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Октябрь 2023, 10:30

“Үтә загоняться итәбеҙ түгелме ул, господа?”

...Ҡайһылай ҙа беҙҙең ата-әсәләргә, беҙҙең уҡытыусыларға рәхәт булған тип уйлайһың. Кейемеңде йыртып ҡайтҡанһың икән - икенсе йылға тиклем яңыһын көтәһең инде. Парталарҙы ла үҙебеҙ йыуҙыҡ. Уҡытыусы әрләгән икән - үҙең ғәйепле. Береһе лә бармаҡ янап, прокуратура тип йүгермәнесе! Өфөлә йәшәүсе райондашыбыҙ Рита Стеничкинаның (Хәсәнова) яҙмаһы буйынса комментарийҙарҙа фекер алышып алайыҡ, дуҫтар.

“Үтә загоняться итәбеҙ түгелме ул, господа?”
“Үтә загоняться итәбеҙ түгелме ул, господа?”

Улым беренсегә уҡырға барғас, ата-әсәләр чатында көн дә тиерлек берәй мәсьәләне хәл итәбеҙ. "Малайҙар ҡыҙҙарҙың сәсенән тарта", "Кемдең балаһы партаға яҙа, тущны минеке түгел", "Минең ҡыҙымдың футболкаһын бысратҡандар, яңынан алып бирегеҙ!", "Ни эшләп балам фойела курткала көтөп ултырған мине, тирләп бөткән!" (бына ысын беҙҙә булған хәлдәр ошолар) .... һәм башҡалар.

Уҡыйһың да, сәстәр үрә тора. Беренсе генә класс бит әле! 11-сегә тиклем ни булыр?! Иң мөһиме, балаларҙы был мәсьәләләр борсомай. Улар талаша, яраша, бер-береһен кәнфит менән һыйлай - мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнәләр, бер һүҙ менән әйткәндә.

Ҡайһылай ҙа беҙҙең ата-әсәләргә, беҙҙең уҡытыусыларға рәхәт булған тип уйлайһың. Кейемеңде йыртып ҡайтҡанһың икән - икенсе йылға тиклем яңыһын көтәһең инде. Парталарҙы ла үҙебеҙ йыуҙыҡ. Уҡытыусы әрләгән икән - үҙең ғәйепле. Береһе лә бармаҡ янап, прокуратура тип йүгермәнесе!

Һәм вообще: мин уҡыған класс уҡыусылары хәтәр һуғыш суҡмарҙары булдыҡ. 5 малайға ҡаршы 5 ҡыҙ тас та тос килеп һуғышыр инек. Шунан тағын ике малайҙы алып килеп ултыртмаһындармы! 7 малайға ҡаршы ла бирешмәнек. Иренде йырта һуҡҡандары ла булды - ҡайтып атай менән әсәйгә мыжауларға башҡа ла инмәгәнсе! Ҡайтып зарланһаң да ни: ул малайҙың әсәһе менән минеке бергә көтөү ҡыуа, ураҙала бергә ауыҙ аса - беҙ һуғышҡан тип, икәү-ара талашмаҫтар бит инде.

Балаларҙың алдынан һыпырып алабыҙ. Үҙҙәре йәшәргә өйрәнергә тейеш балаларҙы үҙебеҙ теләгәнсә бейетәбеҙ.
Хатта иртән мәктәпкә китеп барғанда балаһының портфелен, аяҡ кейемен, физкультура формаһын әсәһе үҙ иңенә элеп, икенсе ҡулы менән балаһын һөйрәкләп маташа әле. Аҙаҡ "Ошо баланан йүнле кеше сыҡмаҫ!" - тип, ғәйепте бер үк үҙенә йөкмәтмәһендәр ине! Ундай ғәйепте күтәрткәнсе, ана, портфель күтәртһендәр ине... Беренсеһенән икенсеһе күпкә еңелерәк бит...

Рита Стеничкина (Хәсәнова).

(Фото Бөрйән район мәғариф бүлеге сайтынан алынды).

Автор:Т. Баһауетдинова ҡуйҙы.
Читайте нас: