Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Октябрь 2023, 08:45

Байназар егеттәре һыу транспорты йүнәлешен һайлаған

Байназар мәктәбендә уҡып, хәҙер Волга дәүләт һыу транспорты университетының Өфө филиалы колледжында һөнәр алып йөрөгән Искәндәр Ҡарағалов, Алмаз Ҡыямов һәм Ильяс Алтынбаевтар туған мәктәптәрендә матур осрашыу үткәргәндәр.

Байназар егеттәре һыу транспорты йүнәлешен һайлаған
Байназар егеттәре һыу транспорты йүнәлешен һайлаған

-Байназар урта мәктәбендә  9 класты тамамлап, ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алғас, күп кенә егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инделәр. Улар араһында ниндәй генә һөнәр һайлаусылар юҡ: сәнғәт, мәғариф йүнәлешендә, шулай уҡ техник колледждарға инеүселәр бихисап булды.

Байназар мәктәбендә уҡып, хәҙер Волга дәүләт һыу транспорты университетының Өфө филиалы колледжында һөнәр алып йөрөгән Искәндәр Ҡарағалов, Алмаз Ҡыямов һәм Ильяс Алтынбаевтар үҙҙәре уҡыған халыҡ телендә  “речной колледж” тип йөрөтөлгән уҡыу йорто, уның мөмкинлектәре тураһында бәйән һөйләнеләр.

Уҡыусылар бик ҡыҙыҡһынып тыңланылар, һорауҙар биреүселәр ҙә, уҡырға барырға теләк белдереүселәр ҙә күп кенә булдылар.
Егеттәребеҙгә файҙалы мәғлүмәттәре өсөн рәхмәт әйтеп, уҡыуҙарында уңыштар теләп оҙатып ҡалдыҡ, - тип хәбәр итәләр Байназар урта мәктәбе төркөмөндә.

(Фото һәм мәғлүмәт Байназар урта мәктәбе төркөмөнән).

Байназар егеттәре һыу транспорты йүнәлешен һайлаған
Байназар егеттәре һыу транспорты йүнәлешен һайлаған
Байназар егеттәре һыу транспорты йүнәлешен һайлаған
Байназар егеттәре һыу транспорты йүнәлешен һайлаған
Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне
Читайте нас: