Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2023, 10:35

Уҡытыусым, һиңә мең рәхмәт!

Һәр баланың күңелендә белем орлоҡтары һалған тәүге уҡытыусыһы урын алалыр. Минең беренсе уҡытыусым - Ғәлиуллина Айгөл Әнүәр ҡыҙы. Беҙҙе, 1 класҡа килгән 21 уҡыусыны ул үҙ балалары кеүек күреп, белем һәм тәрбиә биреүгә тотондо.

Уҡытыусым,
Балҡытыусым
Дүрт тарафҡа яҡты юлды,
Мин тойоп барамын һаман
Маҡсатыма алып барған
Һинең наҙлы, көслө ҡулды.
(Гөлназ Ҡотоева.)

Һәр баланың күңелендә белем орлоҡтары һалған тәүге уҡытыусыһы урын алалыр. Минең беренсе уҡытыусым - Ғәлиуллина Айгөл Әнүәр ҡыҙы. Беҙҙе, 1 класҡа килгән 21 уҡыусыны ул үҙ балалары кеүек күреп, белем һәм тәрбиә биреүгә тотондо. Айгөл Әнүәр ҡыҙы беҙгә бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәне, ипле генә аңлатты. Уҡытыусыбыҙ үҙе бик мөләйем, тауышы ла яғымлы.


Айгөл Әнүәр ҡыҙы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында юғары белем алғандан һуң, хеҙмәт юлын Бөрйән районы Яуымбай мәктәбендә башлай. 1998 йылдан хәҙерге көнгә тиклем Байназар урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. 31 йыл балаларға белем биргән уҡытыусыбыҙҙың тырыш хеҙмәте бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған.


Уҡыусылары өсөн өҙөлөп, беҙҙе яҡлап, һаҡлап тороусы Айгөл Әнүәр ҡыҙы икенсе әсәйебеҙ кеүек булды. Беҙ 5 класҡа күсһәк тә, апайыбыҙ беҙгә әле лә кәңәштәрен биреп, уҡыуыбыҙ менән ҡыҙыҡһынып тора. Хәстәрлекле, оло йөрәкле уҡытыусыбыҙҙы барыбыҙ ҙа яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.Биргән белемдәре өсөн рәхмәтлебеҙ!


Айгөл Әнүәр ҡыҙының тормош иптәше Ғәзим Уйылдан улы ла уҡытыусы. Айгиз, Илгиз исемле улдар үҫтергәндәр. Балалары белемле, тәрбиәле.
Уҡытыусы һәм остаз йылында Айгөл Әнүәр ҡыҙына ижади уңыштар, тырыш, аҡыллы уҡыусылар, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Беҙҙе уҡырға, яҙырға өйрәткән мөләйем, изге күңелле уҡытыусыбыҙға - дан!

Уҡытыусым, һиңә мең рәхмәт!
Уҡытыусым, һиңә мең рәхмәт!
Автор:Әмилә Исмәғилева, Байназар урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы
Читайте нас: