Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2023, 10:15

Һәр кемдең күңелендә иң яҡты эҙ ҡалдырыусылар

Һәр кемдең күңелендә иң яҡты эҙ ҡалдырыусылар атай, әсәй, бер туғандарыңдан һуң, моғайын да уҡытыусыларҙыр.Сабыйлыҡтан сығып та өлгөрмәйһең, мәктәпкә - ете ят кешеләр араһына барып инәһең. Ятһынып, сит мөхиткә өйрәнә алмай ыҙалаған балаларҙы уҡытыусы әсәй шикелле арҡанан һөйөп, яғымлы ҡарашы, мөғәләмәһе менән мәктәп тормошона яйлап ылыҡтыра.1965 йылда Байназар урта мәктәбенә 60 - ҡа яҡын бала, ике класҡа бүленеп, уҡырға барҙыҡ. Беҙҙең "Б" класын урыҫ класы итеп, Ҡарағолова Ғәлиә апай уҡыта башланы.

Бик һәйбәт уҡытыусы булып иҫтә ҡалған.Өйҙәре мәктәпкә яҡын булғас, күмәкләшеп өйҙәренә лә барабыҙ, Марат, Айрат исемле улдары менән уйнайбыҙ.
Тик ике сирек уҡығандан һуң Ғәлиә апайҙар ғаиләһе Ишембайға күсеп китте.
Беҙҙең класты Ишбулатов Лотфулла Сибәғәт улы ҡабул итеп алды. Башҡорт класына әйләндереп. Инде апаруҡ оло йәштәге, һуғыш ветераны уҡытыусыбыҙ башланғыс мәктәпте имен - аман ғына тамамлатты.


Дүртенсе класты бөткәс, май айы аҙағында Лотфулла ағайыбыҙ беҙҙең класс уҡыусыларын Ҡарайғыр яғына походҡа алып сыҡты. Уйнағанбыҙҙыр, тәмле урман сәйҙәре эскәнбеҙҙер, әммә минең бөгөнгөләй хәтеремдә бер ваҡиға ҡалған:
ауылға ҡайтып барабыҙ, Илиза менән етәкләшеп тауҙан йүгерәбеҙ, бишенсе класта бер партала ултырырбыҙ, йәме, тип һөйләшәбеҙ.


Ҡыҙҙар менән: "Уй, Алла, беҙгә бер яман уҫал уҡытыусы килә, тей, беҙҙең класҡа етәксе булмаһа ярар ине ! - тип ҡурҡып һөйләшәбеҙ.
Эйе, ул " уҫал " уҡытыусы , ысынлап та килде һәм тап беҙҙең класс етәксеһе булды.


Район үҙәгенән Ҡаһарманов Латиф Абдрахман улы Байназар мәктәбе директоры, ә ҡатыны Зәйнәп Алтын ҡыҙы математика уҡытыусыһы булып эш башланылар.


Беҙ уҡыған замандарҙа уҡыуҙар башланыу менән, аҙналап,юғары класс уҡыусылары айлап колхоз эшенә ярҙамға ебәрелә ине.
Ул йылда мәктәп башына аҙна тирәһе тупраҡ һалыуға йәлеп ителдек.Зәйнәп Алтыновнаны, ҡасан уҫаллыҡ күрһәтер икән, тип күҙәтәбеҙ, көтәбеҙ.
Нисектер ул баштан уҡ уҡыусылар менән дуҫлашты, исемдәрҙе тиҙ генә белеп алды. Үҙенең фәненә талапсан булды, башҡа һеңдереп, бик һәйбәт итеп аңлатыр ине.


Мин иң алғы партала уҡытыусым менән күҙгә - күҙ ҡарашып ултырҙым, ҡыҙҙарҙы малайҙар менән аралаштырып ултыртып сыҡты.
Шулай итеп, беҙ " уҫал " уҡытыусыбыҙ менән бер һулыштан йәшәй башланыҡ:
мәктәптә үткән бөтә сараларҙа ҡатнаштыҡ, йәмәғәт эштәрендә ҡайнаныҡ, өйҙәренә барып, уның улдары менән уйнарға ла өлгөрә инек, уҡытыусыбыҙ беҙгә, беҙ уға шул тиклем ныҡ өйрәндек, ул беҙгә атай кеүек, әсәй кеүек булып китте.
Һигеҙенсе синыфта уҡығанда , Зәйнәп Алтыновналарҙы район үҙәгенә эшкә алалар икән, тигән шомло хәбәр ишетеп, шаңҡып ҡалдыҡ.
Был һүҙ ысынбарлыҡ булды.


Үҙебеҙсә бүләк әҙерләгән булып, уҡытыусыбыҙҙы класҡа саҡырып, рәхмәттәр әйтеп, һаубуллаштыҡ.Бәләкәй балалар кеүек партаға башты һалып, һулҡылдашҡаныбыҙ бөгөнгөләй хәтерҙә.


Улар киткәндән һуң күп уҡытыусыларҙа белем алдыҡ, әммә Зәйнәп Алтыновнабыҙ шикелле үк бер кемде лә ныҡ яҡын итә алманыҡ.
Бөгөнгө көндә беҙҙең класташтарҙың унынсы синыфты бөткәненә 49 - сы йыл.


Хәҙер инде яратҡан уҡытыусым ҡоҙағыйым да: ике туған бикәсемде килен итеүенә хәтһеҙ йылдар.
Олоғайҙы ла инде Зәйнәп Алтын ҡыҙы, туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлай. Үҙ йортонда үҙ йүнен үҙе күреп йәшәүенә байтаҡ йылдар.
Ире, район тормошона ҙур йоғонто яһаған һәйбәт етәкселәрҙең береһе булған Латиф Абдрахман улы фанилыҡтан иртәрәк китте.
Ейәне Фәнис - өләсәһенә күҙ - ҡолаҡ. Класташтар һирәк булһа ла хәлен белергә инештерәбеҙ.


Уҡытыусылар көнө еткән һайын күҙ алдыма үҙебеҙ уҡыған ике ҡатлы Байназар урта мәктәбе, шул тиклем матур итеп кейенгән, алтын шикелле бөҙрә сәсле һоҡланғыс уҡытыусыбыҙ Ишембай районының Әхмәр ауылы ҡыҙы Зәйнәп Алтын ҡыҙы Ҡаһарманова килеп баҫа.

Һәр кемдең күңелендә иң яҡты эҙ ҡалдырыусылар
Һәр кемдең күңелендә иң яҡты эҙ ҡалдырыусылар
Автор:Флүрә Йомағужина
Читайте нас: