Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2023, 11:10

Фотолар хәтирәләр һаҡлай...

Байназар урта мәктәбен тамамлауға 49-сы йыл китһә лә, уҡып йөрөгән йылдар, бергә уҡыған класташтар әлегеләй генә күҙ алдында торғандай. Йыш ҡына мәктәп йылдары фотоларын  ҡарап алам. Бынау фотоның тарихы ла бөгөнгөләй хәтеремдә...

Фотолар хәтирәләр һаҡлай...
Фотолар хәтирәләр һаҡлай...

Һағындыра мәктәп йылдары, класташтар.

Малайҙарыбыҙҙың күптәре баҡыйлыҡҡа ла күстеләр.Ни хәлдәр итмәк кәрәк: донъя - фани...
Бишенсе класта уҡыған мәлебеҙ. Йыр дәресе бара ине, Сәмиға апай йыр серҙәре менән төшөндөрөп торған мәлендә: " Фотограф килгән, кәртешкәгә төшөргә сығығыҙ! " - тигән фарман булды. Мин, ике уҡытыусының уртаһында тороп өлгөрәйем, тип ҡабаланып барып баҫтым.
Бына ниндәй матур фото - матур иҫтәлек!

Байрамығыҙ менән, уҡытыусылар!

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: