Уҡытыусы булыу был тормошта
Бирелмәгәндер ул һәр кемгә…
Уҡытыусы – донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Эйе, уҡытыусы булыу һәр кемгә лә бирелмәйҙер ул. Кеше ғүмеренең иң саф, иң наҙлы, ғәмһеҙ сағы – бала саҡтың матур, мәктәп йылдарының ҡыҙыҡлы хәтирәләр менән үтеүе лә уҡытыусы менән бәйле.
Бөгөнгө һүҙем ғүмере укытыусылыҡ менән бәйле ихтирамлы педагог Шәрипова Нәзирә Зиннур ҡыҙы хаҡында.
Был тәжрибәле, тәрән аҡыллы, иғтибарлы һәм баҫалҡы, бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәгән уҡытыусыны күптәр белә, сөнки 41 йыллыҡ хеҙмәт юлы барышында йөҙәрләгән уҡыусы унда белем алған.
Мәңге эҙләнеү һәм хеҙмәттә булған илаһи уҡытыусы менән яҙмышыбыҙ ҡасандыр киҫешеүенә шатмын. Мәктәпте тамамлауға 15 йыл үтте, әммә класс етәксеһен һәр ваҡыт йылы рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алам. Класс етәксеһе булараҡ, Нәзирә Зиннур ҡыҙы сығарылыш класына тиклем беҙҙең менән бергә ҡалды. Үҙенең оптимизмы менән ул беҙҙе мәктәп тормошона йәлеп итте, үҙ көсөбөҙгә ышанырға өйрәтте, алдағы уңыштарҙы алдан билдәләне.
Уның энергияһы шишмә кеүек урғылды: ғәжәйеп кисәләр, күңелле конкурстар ойошторҙо, беҙҙе экскурсияларға алып йөрөнө. Төрлөбөҙ төрлө холоҡло инек, әммә ул беҙҙе дуҫлаштыра алды.
Әлеге мәлдә хыҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан райондың, ауылыбыҙҙың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Төплө һүҙе, аҡыллы кәңәштәре менән дөрөҫ юл күрһәтә, бик күптәргә тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итә белә. Ғәҙел, талапсан, сая, тыуған яғының ысын патриоты, кешелекле, маҡсатына ынтылыусан булыуы, юғары әхлаҡи, гүзәл сифаттары менән күптәргә өлгө булып йәшәй Нәзирә Зиннур ҡыҙы.
Уҡытыусым күп йыллыҡ хеҙмәте маҡтау грамоталары, дипломдар,рәхмәт һүҙҙәре менән лайыҡлы баһаланды. Мин уның педагогик ҡаҙаныштары менән ғорурланам.Ул эҙләнеүсе, күңелле холоҡло, арыу-талыу белмәҫ кеше, шулай уҡ ышаныслы тормош иптәше, яратҡан әсәй-өләсәй.
Хөрмәтле Нәзирә Зиннур ҡыҙы! Һеҙҙең тәжрибәгеҙ һәм профессионализм, аҡыл һәм сабырлығығыҙ сикһеҙ. Һеҙгә матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ теләйем, тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә уңыштар юлдаш булһын. Йөҙөгөҙҙәге бәхет сатҡылары тирә-йүндәгеләрҙе лә ҡыуандырһын. Уңышлы, сәләмәт, хөрмәтле һәм ихтирамға лайыҡ булып ҡалығыҙ!