Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Сентябрь 2023, 14:30

Ауыл ағинәйенә хөрмәт күрһәткәндәр

Килдеғолда Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм балалар Педагог һәм остаз йылында ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған хаҡлы ялдағы уҡытыусы, хеҙмәт ветераны, "РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы" Шәрәфуллина Ғәлимә Фауариз ҡыҙын өйөнә барып тыуған көнө менән ҡотлағандар. Мөнир ағай Фәйзуллин ауыл уҡытыусыһына арнап шиғыр ҙа яҙған...

Ауыл ағинәйенә хөрмәт күрһәткәндәр
Ауыл ағинәйенә хөрмәт күрһәткәндәр

Килдеғолдың үҙәк урамынан
Йүгерә-атлай килә бер апай.
Кәүҙәгә лә артыҡ олпат түгел,
Төҫ-башҡа ла үҙе бик ябай.
Ул килгәндә нурға ҡойонор ҙа,
Балҡып торор ауылым Килдеғол.
Рух-булмышы килдеғолса уның,
Сөнки Килдеғолдың ҡыҙы ул.
(М. Фәйзуллин)
-Көҙ айының матур бер көнөндә, 15 сентябрь, хаҡлы ялдағы алдынғы уҡытыусы, хеҙмәт ветераны, "РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы" Шәрәфуллина Ғәлимә Фауариз ҡыҙы тыуған. Балалар менән бергәләп барып беҙ уның хәлдәрен белешеп, тыуған көнө менән ҡотлап ҡайттыҡ. Ғәлимә Фауариз ҡыҙын ошо матур ғүмер байрамы уңайынан ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ауырымай, һыҙланмай, оҙон-оҙаҡ йылдар яҡындарығыҙға терәк булып, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүлә-бүләсәләрегеҙҙең изгелеген күреп бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын һеҙгә! – тип хәбәр итәләр Килдеғол ауыл китапханаһы төркөмөндә.

Ауыл ағинәйенә хөрмәт күрһәткәндәр
Ауыл ағинәйенә хөрмәт күрһәткәндәр
Ауыл ағинәйенә хөрмәт күрһәткәндәр
Ауыл ағинәйенә хөрмәт күрһәткәндәр
Ауыл ағинәйенә хөрмәт күрһәткәндәр
Ауыл ағинәйенә хөрмәт күрһәткәндәр
Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: