Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Май 2023, 08:50

КУБОК БЫЙЫЛ ДА ҠЫПСАҠТА!

Йыл һайын Рәсәй кимәлендә үткәрелгән “Гагарин кубогы” быйыл да Әбделмәмбәт (Ҡыпсаҡ) мәктәбендә. Нисек яулаған улар был кубокты? Тулыраҡ (һәм фотолар) – артбан.

КУБОК БЫЙЫЛ ДА ҠЫПСАҠТА!
КУБОК БЫЙЫЛ ДА ҠЫПСАҠТА!

-Быйылғы һөҙөмтәләр буйынса Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе «Иң яҡшы мәктәп» исеменә лайыҡ булып, диплом һәм Гагарин кубогы алыуға өлгәште.

Был кубок йәш гагаринсыларҙы йыһанға яҡынайтҡан бер баҫҡыс, этәргес көс булып тора. Ә олимпиада үҙе фәнни-техник прогресс заманында республика йәштәренең аң кимәлен тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреүсе сараның асыҡ миҫалы. Унда ҡатнашҡан балалар яңы ғилемгә ынтыла, белемдәрен камилаштыра.
Өфө ҡалаһында Гагарин Кубогының иң яҡшы уйынсыларын һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы булып үтте. Беҙҙең мәктәптән Ҡарамышев Ильяс (2-се класс), Усманова Гөлнәфис (2-се класс), Әфләтүнова Айлина (1-се класс) уҡыусылары физик культура предметы буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәндәре өсөн бүләкләү тантанаһында ҡатнаштылар. Ҡалған класс уҡыусылары ла быйылғы һөҙөмтәләр буйынса диплом-грамоталар һәм значоктар менән бүләкләнделәр.
Киләсәктә лә уҡыусыларыбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ, мәктәбебеҙ юғары ҡаҙаныштар яулап, әленән-әле ауылыбыҙҙы данлаһын тигән теләктә ҡалабыҙ, - тип хәбәр итәләр Әбделмәмбәт мәктәбе (Ҡыпсаҡ) төркөмөндә.

КУБОК БЫЙЫЛ ДА ҠЫПСАҠТА!
КУБОК БЫЙЫЛ ДА ҠЫПСАҠТА!
КУБОК БЫЙЫЛ ДА ҠЫПСАҠТА!
Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: