Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Май 2023, 12:00

Оло юлға фатиха

Оло юлға сығыр алдынан Нәби мәктәбенең һәм ауылыбыҙҙың башҡа сығарылыш класс уҡыусылары, ата-әсәләре менән берлектә иман йортона фатиха алыу сараһына йыйылды.

Оло юлға фатиха
Оло юлға фатиха

Юғары белемле дин әһеле, талантлы мөғәллим Буранбаев Данияр Даян улы был күркәм йоланы икенсе йыл рәттән атҡарҙы. Йома намаҙынан һуң, билдәләнгән ваҡытҡа ислам дине ҡағиҙәләре буйынса кейенгән, йөҙҙәре шатлыҡ һәм сафлыҡ бөркөп торған тиҫтәнән ашыу йәш үҫмер ата-әсәйҙәре менән бергә мәсет тупһаһы аша атланы.

Фәһемле һәм файҙалы был сараға Бөрйән районының имам-мөхтәсибе Зарипов Хәсән Әхтәм улы һәм “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы, “Кәрәҙ” халыҡ клубы етәксеһе Ғиззәтуллина Рәшиҙә Хәй ҡыҙы саҡырылғайны. Балаларҙы иң күренекле урынға ултыртып, алда торған һынауҙарҙы уңышлы үтеүҙәрен теләп, тормош юлдарында килеп сыҡҡан ҡаршылыҡтарҙы еңеүгә өндәүсе вәғәздән һуң, Данияр хәҙрәт киләсәккә  үҙ аллы аҙым яһаусы уҡыусыларыбыҙға  Ҡөрьән сүрәләрен бағышланы, фатиха биреп, доға ҡылды. Ғилем - кешегә Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән ҡиммәтле бүләк, олуғ ниғмәт икәнен төшөндөрҙө ул.

(Дауамы гәзиттең 21-се һанында).

Оло юлға фатиха
Оло юлға фатиха
Автор:А. Хисаметдинова.
Читайте нас: