+13 °С
Болотло
Уның маҡсаты – кәңәшселәрҙең балаларға тәрбиә биреү, енәйәттәрҙе һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү өлкәһендә йәмәғәт берләшмәләре менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса эшен әүҙемләштереү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау.
Конкурста Иҫке Собханғол дөйөм һәм төп белем биреү мәктәптәре, Ғәлиәкбәр филиалы, Иҫке Собханғолдағы 2-се башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, Байназар мәктәбе, Тимер филиалы, Иҫке Монасип мәктәбе, Аҫҡар мәктәбе, Нәби филиалы, Ырғыҙлы мәктәбе, Исламбай филиалы директорҙарының кәңәшселәре ҡатнашҡан.
Иҫке Монасип мәктәбе директоры кәңәщсеһе Р. Истәкова беренсе урын яулаған. Аҫҡарҙан Ә. Әминева – 2-се, Иҫке Собханғол төп мәктәбенән Г. Исҡужина – 3-сө.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.