Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Май 2023, 14:05

Илзидә еңеп ҡайтҡан

Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Республика башҡорт гимназия-интернатында тәүге тапҡыр "Рәхимов уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференция үткән. Унда ҡатнашып, Әтектән Илзидә Алғазина  еңеүсе булған. Тулыраҡ – артабан.

Илзидә еңеп ҡайтҡан
Илзидә еңеп ҡайтҡан

-Сараға Башҡортостандың төрлө район- ҡалаларынан уҡыусылар йыйылды. Беҙ 1-се йүнәлешле "Дәүләт һәм сәйәси эшмәкәр Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов" секцияһында ҡатнаштыҡ. Фәнни-эҙләнеү эшебеҙ: " Мортаза Рәхимов һәм Бөрйән" тип аталды. Ҡыҙым, Әтек филиалының 6-сы класс уҡыусыһы Алғазина Илзидә Хәлит ҡыҙы, еңеүсе булды. Ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә еңеүҙәрең күп булһын! – тип хәбәр итә Илзидәнең әсәһе Розалия Алғазина.

Афарин, Илзидә! Уңыштар һиңә!

Илзидә еңеп ҡайтҡан
Илзидә еңеп ҡайтҡан
Илзидә еңеп ҡайтҡан
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: