Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Май 2023, 19:00

Район ата-әсәләр йыйылышы

Иҫке Собханғол мәктәбендә район күләмендә дөйөм ата-әсәләр йыйылышы үтте. Йыйылыштың тәүге өлөшө дүрт майҙансыҡта барҙы. Уларҙа “Балалар һаулығы - беҙҙең ҡулда”, “Шәхес тәрбиәләүҙә мәктәптең һәм ғаиләнең роле”, “Балаларҙы тәрбиәләү: ысулдар һәм формалар”, “Бөрйән районы мәктәптәрендә уҡыу торошо” темалары яҡтыртылды. Ата-әсәләр белгестәр менән аралашты, үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе.

Район ата-әсәләр йыйылышы
Район ата-әсәләр йыйылышы

Йыйылыштың пленар ултырышын район мәғариф бүлеге етәксеһе И. Сәйфитдинов алып барҙы.
Балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларының күпселек өлөшө каникулдар осорона тура килә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Бөрйән районы буйынса инспекторы С. Буранбаев балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт хәүефһеҙлеген иҫкәртеү тураһында сығыш яһаны, ата-әсәләрҙе иғтибарлы булырға саҡырҙы. Көндәр йылыныу менән урамдарҙа велосипедтарҙа, мопедтарҙа йөрөүселәр һаны арта. Был транспорт төрөндә йөрөү йәштәр һәм балалар араһында бик популяр. Әммә был ике тәгәрмәсле техника юғары хәүеф сығанағы ла булып тороуын иҫтән сығармаҫҡа, юл йөрөү ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәклеген аңлатты.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы бүлексәһе буйынса бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор И. Ғүмәровтың балалар хәүефһеҙлеге тураһындағы сығышы ата-әсәләргә фәһемле булды. Ул ата-әсәләр менән диалог форматында аралашты. “Комендант сәғәте”н күҙәтеү кәрәклеге тураһында әйтте, миҫалға төрлө ситуациялар килтерҙе. 18 йәшкә тиклемге балаларға 15 апрелдән 15 октябргә тиклем төнгө сәғәт ун икенән иртәнге алтыға тиклем йәмәғәт урындарында ата-әсә күҙәтеүенән тыш йөрөргә ярамай.

Тулыраҡ "Таң" гәзитенең 19-сы һанында уҡығыҙ.

Район ата-әсәләр йыйылышы
Район ата-әсәләр йыйылышы
Район ата-әсәләр йыйылышы
Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: