Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Май 2023, 13:45

Иҫке Монасиптар “һабанда һайраша”

Иҫке Монасип мәктәбе уҡыусылары мәктәп янындағы йәшелсә баҡсаһында йәшелсә ултыртҡан. Тулыраҡ (һәм фотолар) – артабан.

Иҫке Монасиптар “һабанда һайраша”
Иҫке Монасиптар “һабанда һайраша”

-"Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың", тигәндәр бит.
Беҙҙең Иҫке Монасип мәктәбе уҡыусылары йыл һайын үҙҙәренең көсө менән йәшелсә баҡсаһында мул ғына уңыш үҫтереп алыуға өлгәшәләр. Йәйге каникулда ял итеп кенә ҡалмайҙар, ә һәр береһе уңыш яҡшы булһын өсөн үҙ өлөшөн индерә. Быйыл да бер көн өмә яһап, уҡыусылар һәм уҡытыусылар, техник хеҙмәткәрҙәр тиҙ арала баҡсаны ҡаҙып, витаминлы йәшелсәләрҙе сәсеп тә ҡуйҙы.

Үҫтереп алынған уңыштан ашнаҡсылар көн дә балаларға файҙалы һәм туҡлыҡлы салаттар, йәшелсә аштары әҙерләйҙәр. Йыл әйләнәһенә өҫтәлдән кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә өҙөлмәй.
Быйылғы йылда ла баҡсабыҙҙа мул уңыш алырбыҙ һәм уҡыусыларыбыҙҙы йыл әйләнәһенә йәшелсә менән тәьмин итербеҙ тип өмөтләнәбеҙ, - тип хәбәр итәләр мәктәптең төркөмөндә.

Иҫке Монасиптар “һабанда һайраша”
Иҫке Монасиптар “һабанда һайраша”
Иҫке Монасиптар “һабанда һайраша”
Иҫке Монасиптар “һабанда һайраша”
Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: