Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Май 2023, 19:00

Йәш йондоҙсоҡтар еңеп ҡайтты

Өфө ҡалаһында “Башҡортостан йондоҙо” Бөтә Рәсәй күп жанрлы конкурс-фестивале үтте.

Йәш йондоҙсоҡтар еңеп ҡайтты
Йәш йондоҙсоҡтар еңеп ҡайтты

Сараның маҡсаты – балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе мәҙәни һәм эстетик яҡтан тәрбиәләргә, уларҙың иң яҡшы сифаттарын асырға ярҙам итеү.

Ике көн дауамында барған конкурс-фестивалдә “Балалар ижады үҙәге”нең “Ҡумыҙ” түңәрәгендә шөғөлләнеүсе 3-сө класс уҡыусыһы Гөлназ Манапова менән 6-сы класс уҡыусыһы Розалия Буранова “Нәфис һүҙ оҫтаһы” номинацияһында сығыш яһаны. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 7-9 йәшлек уҡыусылар араһында Гөлназ Манапова, 10-12 йәшлектәр араһында Розалия Буранова 1-се урындарҙы яуланылар.

Бөрйән данын яҡлап ҡайтыусы ҡыҙҙарға, етәкселәре, “Балалар ижады үҙәге” педагогы Венера Манаповаға афарин тип кенә әйтәһе ҡала. Әйткәндәй, Гөлназ менән Розалия уҡыуҙа ла тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшәләр. Йыл һайын республика, район күләмендә үткән конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашып, еңеү яулайҙар.

Йәш йондоҙсоҡтарҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: