Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Май 2023, 14:05

Һуңғы ҡыңғырау тантаналарының ваҡыты билдәле булды

Сығарылыш кластары уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау ҡасан сыңлар? Тулыраҡ – артабан.

Һуңғы ҡыңғырау тантаналарының ваҡыты билдәле булды
Һуңғы ҡыңғырау тантаналарының ваҡыты билдәле булды

Быйыл сығарылыш класы уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау 22 йәки 23 майҙа яңғырай, сығарылыш кисәләре 2023 йылдың 23 йәки 24 июнендә була. Был турала Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе.

Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 15 меңгә яҡын сығарылыш уҡыусыһы өсөн ошондай мәктәп байрамдары ойошторола.

Сараларҙа ковидҡа бәйле сикләүҙәр булмай.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-05-03/bash-ortostanda-sy-arylysh-kis-l-rene-k-n-bild-le-buldy-3243612

 

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: