Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Апрель 2023, 15:50

Һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңеү яулағандар

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғолдағы филиалы студенттары Айнур Ғәлиуллин менән Рушан Солтанов инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса уҙғарылған «Абилимпикс» милли чемпионатында «Ағасты һырлау» компетенцияһында ҡатнашып яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡайттылар.  

Һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңеү яулағандар
Һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңеү яулағандар

Айнур Ғәлиуллин 3-сө урынды яулаһа, Рушан Солтанов 4-се урынға лайыҡ булған.

Конкурста бирелгән эште егеттәр 200*115 миллиметр ҙурлыҡтағы ағас паннола өлгөгә ҡарап, һыҙма буйынса башҡарған.  Башта ағас таҡтаға һүрәттең кусермәһен эшләгәндәр, аҙаҡ махсус эш ҡоралдары менән юнып сыҡҡандар. Эксперттар изделиеның башҡарыу сифатын, эстетик торошон, фондың, орнаменттың, биҙәк элементтарының дөрөҫ башҡарылыуын баһалаған.

-Беҙгә һыҙыҡлы һәм рельефлы һырлау буйынса биҙәк эшләргә ҡушылды. Уның өсөн ике генә эш ҡоралы - ҡасау (стамеска) һәм киҫкес (резак) ҡулландыҡ. Был рельефлы биҙәктә тигеҙ ҙә, өҫкә ҡалҡып та, тәрәнәйтелгән урындары ла бар ине. Миңә өҫкә ҡалҡып торған ерҙәрен эшләүе әҙерәк ауырыраҡ булды, шулай ҙа тырыштым һәм эшемде аҙағына тиклем башҡара алдым. Конкурс бик оҡшаны, урын алыуыма шатмын - тине Айнур.

Егеттәрҙе конкурсҡа «Ағастан художестволы әйберҙәр эшләүсе» төркөмө мастеры Сәриә Бикмөхәмәтова әҙерләгән. Ул Айнур менән Рушандың тырыш, һәләтле булыуҙарын, туҙҙан да бик матур әйберҙәр эшләй белеүҙәрен билдәләп үтте.  

-Оҫталыҡтарын дөрөҫ юҫыҡта ҡулланып, киләсәктә матур, файҙалы әйберҙәр эшләп, беҙҙе ҡыуандырып ҡына торһондар, - тип теләне остаздары.

Колледж студенттарына артабан да уңыштар юлдаш булһын.

 

Һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңеү яулағандар
Һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңеү яулағандар
Һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңеү яулағандар
Һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңеү яулағандар
Һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңеү яулағандар
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: