Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Апрель 2023, 23:50

Дәртле лә, һәләтле лә икән педагогтар

Мәғариф учреждениелары араһында "Яҙ килтергән наҙҙар" исемле фестиваль-концерт старт алды. 

Дәртле лә, һәләтле лә икән педагогтар
Дәртле лә, һәләтле лә икән педагогтар

10 апрелдә Район мәҙәниәт һарайында Педагог һәм остаз йылы сиктәрендә ойошторолған "Яҙ килтергән наҙҙар" фестиваленең тәүге концерты уҙҙы.

Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Теләүбаева фестивалде асып, уҡытыусылар, тәрбиәселәр араһында яңы таланттар асылыуына өмөттәр бағлап, уларға уңыштар теләне.

Фестивалде башлап ебәреүсе Иҫке Собханғол мәктәбе үҙенең филиалдары һәм "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы педагогтары менән бергә бай йөкмәткеле концерт күрһәтте. 

Дәртле лә, һәләтле лә икән педагогтар. Һөнәри артистарҙан бер ҙә кәм түгелдәр. Мәғәнәле йырҙар, күңелле, дәртле, зауыҡлы бейеүҙәр тамашасыларға оҡшаны, көслө алҡыштар менән оҙатылды.

Концертта башлыса хор менән сығыш яһаусылар, коллектив бейеүҙәр булды: Иҫке Собханғол, Әтек, Яңы Мөсәт, Ғәлиәкбәр, Яңы Усман мәктәптәре, «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы коллективтарының Тыуған ер, һағыныу, тормош, йәшлек тураһындағы йырҙары, Иҫке Собханғол мәктәбенең йәш уҡытыусы ҡыҙҙары башҡарыуында “Тимербайҙың килендәре”, испан, япон бейеүҙәре, Яңы Усман мәктәбе уҡытыусыларының рус халыҡ, «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы педагогтарының яулыҡтар менән бейеүҙәре һәм башҡалар. Яңғыҙ сығыш яһаусыларҙан Фәнзил Әбүбәкировтың, Ринат Шәкировтың, Розалия Моратшинаның, Йәнгүзәл Ҡулбирҙинаның, Рауил Өмөтҡоловтың, Наилә Ишбулатованың моңло йырҙарын, Әлиә Алтынбаеваның һинд ҡыҙы бейеүен, шулай уҡ Яңы Мөсәт мәктәбе уҡытыусыларының инструменталь (ҡурай, ҡумыҙ, баян) ансамбле сығыштарын тамашасылар йылы ҡабул итте.

 

Дәртле лә, һәләтле лә икән педагогтар
Дәртле лә, һәләтле лә икән педагогтар
Дәртле лә, һәләтле лә икән педагогтар
Дәртле лә, һәләтле лә икән педагогтар
Дәртле лә, һәләтле лә икән педагогтар
Дәртле лә, һәләтле лә икән педагогтар
Дәртле лә, һәләтле лә икән педагогтар
Дәртле лә, һәләтле лә икән педагогтар
Дәртле лә, һәләтле лә икән педагогтар
Дәртле лә, һәләтле лә икән педагогтар
Дәртле лә, һәләтле лә икән педагогтар
Дәртле лә, һәләтле лә икән педагогтар
Дәртле лә, һәләтле лә икән педагогтар
Дәртле лә, һәләтле лә икән педагогтар
Дәртле лә, һәләтле лә икән педагогтар
Дәртле лә, һәләтле лә икән педагогтар
Дәртле лә, һәләтле лә икән педагогтар
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: