Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Апрель 2023, 21:30

Ҡыпсаҡтар исемле йылға фатиха биргән

Әбделмәмбәт ауыл мәҙәниәт йортонда Педагог һәм остаз йылын асыу байрамы үткән.

Ҡыпсаҡтар исемле йылға фатиха биргән
Ҡыпсаҡтар исемле йылға фатиха биргән

- Сараға район мәғариф бүлеге начальнигы Сәйфитдинов Илшат Ғаяз улы, хаҡлы ялдағы уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр саҡырылған ине. Ауыл, район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан инәйҙәр маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Шулай уҡ, Рәсәй Федерацияһының рәхмәт хаты менән "Почетлы уҡытыусы" билдәләре үҙ эйәһен тапты. Күп уҡытыусы һәм тәрбиәселәр мәктәп, район мәғариф бүлеге, район хакимиәте һәм Советының маҡтау ҡағыҙҙары, Профсоюз әҙерләгән бүләктәр алып ҡыуанды. Тамашаны клуб хеҙмәткәрҙәре бик мауыҡтырғыс һәм йәнле итеп алып барҙы. Сараға концерт номерҙары йәм өҫтәне. Уҡытыусыларға дан йырлау, йәмғиәттә уҡытыусы һәм тәрбиәсе абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән был йылға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, - тип хәбәр итәләр Әбделмәмбәт мәктәбе төркөмөндә.

Ҡыпсаҡтар исемле йылға фатиха биргән
Ҡыпсаҡтар исемле йылға фатиха биргән
Ҡыпсаҡтар исемле йылға фатиха биргән
Ҡыпсаҡтар исемле йылға фатиха биргән
Ҡыпсаҡтар исемле йылға фатиха биргән
Ҡыпсаҡтар исемле йылға фатиха биргән
Ҡыпсаҡтар исемле йылға фатиха биргән
Ҡыпсаҡтар исемле йылға фатиха биргән
Ҡыпсаҡтар исемле йылға фатиха биргән
Ҡыпсаҡтар исемле йылға фатиха биргән
Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: