Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Апрель 2023, 16:15

“Бына минең сабата ауыҙ тағы беште...”

Бына минең сабата ауыҙ тағы беште... Иртәгә класс сәғәте үткәрергә, тигәс, бөтә сәсем үрә торҙо, ҡош тәне ҡалҡып китте. Өфөлә үткән “Йыл уҡытыусыһы – 2023” конкурсындағы мажаралы мәлдәр хаҡында белгегеҙ киләме? Улайһа – рәхим итегеҙ! Йылайыр уҡытыусыһы Зөлфирә Таһирова үҙенең нисек итеп бер төндә таныш булмаған класта дәрес бирергә әҙерләнгәнен бик ҡыҙыҡ итеп бәйәнләй.

“Бына минең сабата ауыҙ тағы беште...”
“Бына минең сабата ауыҙ тағы беште...”

Класс сәғәте йүнәлешен әллә ҡасан уҡ биреп ҡуйғандар ине. Тик мин әҙерләнмәнем, үҙемә ышанманым, ана ҡайтам, бына ҡайтам тип төйнәлгән сумка өҫтөндә ултыра бирҙем.

Иртәгә класс сәғәте үткәрергә тигәс, бөтә сәсем үрә торҙо, ҡош тәне ҡалҡып китте. Нимәнән башлап китергә, ҡайҙа барырға, нимә тоторға. Инде класс сәғәтенә тиклем барып еткәс ҡайтҡым килмәй башланы. Тағы ауылдан, урын алмайынса ҡайтып йөрөмә, тип яҙа башланылар.

Былай булғас, ҡайтыу юҡ, тип сумаҙанды карауат аҫтына индерә типтем дә, ең һыҙғанып эшкә тотондом.

Сәғәт киске алты. Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана һигеҙгә тиклем эшләй. Ҡыҙҙар менән әлән-борхан йыйындыҡ та сабып сығып киттек.

Китапханаға ғына хас тынлыҡ, бөхтәлек, һиллек ҡаршы алды беҙҙе. Шәүрә исемле матур апай бик мөләйем аралашты. Унда беҙҙе тағы бер ҡыуаныслы мәл көтөп торған: райондашыбыҙ Гөлфиә Заһитова (Батисова) шунда эшләй икән. Беҙгә ярҙам итергә ҡуш ҡуллап риза булдылар, рәхмәт яуғырҙары. Йомошто йомошлап сыҡтыҡ. Юлыбыҙ уңды, шөкөр.

Шунан тағы бер яҡташыбыҙ Сәлмән Ярмуллинға шылтырата башланыҡ: "Ағай, беҙ бына шул һәм был, һеҙҙең ярҙам кәрәк, фәлән дә төгән..." Ярты һүҙҙән аңлаштыҡ. Ағай ҙа беҙҙең кеүек ылайҙа ыңғай ғына.

Ҡайтып еттек тә мин ауылға шылтыратам: " Бейем, ана теге ауылға самолет алып ҡайтып ултыртҡаның тураһында тиҙ генә һөйләп видео төшөрөп ебәр, миңә дәрескә кәрәк!"

Фармандар бирелеп бөттө, яҙмалар килеп еткәнсе ҡыҙҙар менән дәрес яҙа башланыҡ. Мине өгөтләп ярышҡа оҙатҡан, көнөнә йөҙ булмаһа туҡһан туғыҙ тапҡыр шылтыратып хәлемде һорашып торған Айһылыу Фәхриева ҡушылып китте. Зыу киләбеҙ ней булһа ла. Уның араһында Йылайырҙан ижади төркөм бәйләнешкә сыға.

Күмәкләгән - яу ҡайтарған. Дәрес әҙер булды. Хәҙер минең бурыс ана шул яңы ғына мейестән сыҡҡан дәресте матур итеп жюри ҡарамағына сығарыу. Барыһы ла минән генә тора: отоламмы, тотоламмы, ҡотоламмы...

Дәрес башында "Аманат" журналы мөхәрриренең видеоһын ҡуйҙым. Ул балаларҙы журналға мәҡәләләр ебәрергә өндәне, быйылғы йылға арнап статьялар яҙығыҙ, тине. "Быйылғы йыл нисек атала беләһегеҙ бит инде..."- тип серле генә нотала яҙма тамамланды. Уҡыусылар ошо һорауға яуап биреп, бөгөнгө теманы асыҡларға тейеш. Темаға барып сыҡтыҡ. Атайсалға изге ғәмәлдәр эшләү йылы. Беләләр, әй.

"Уҡыусылар, ә һеҙ изге эштәр эшләгәнегеҙ бармы?"- тип ҡыҙыҡһынам. Улар һалдаттарға хат та яҙғандар, етемдәргә ярҙам да иткәндәр, сүп-сар йыйғандар...

"Ошо 20 минут эсендә ниндәй изге ғәмәл эшләй алабыҙ?"- тип аптыратам. Уйланып ултыралар. Мин шунда китапханаға шылтыраттым. Телемост тип атала инде заман телендә. Китапхана үҙе менән таныштырғас, тәртипһеҙ рәүештә тапшырылған китаптарҙы ипкә килтерешергә балаларҙан ярҙам һораны. Был шәптекәйҙәр шунда уҡ ҡуш ҡуллап риза булды. Күп тә тормай, курьер беҙгә бер нисә китап алып килде. Бына керештек китап төпләргә. Ҡайһылары китаптарҙы тышлап, тышын биҙәп тә өлгөрҙө. Шунан журналға шиғыр яҙып ҡараныҡ.

Һуңынан мин дауам итәм:"Уҡыусыларым, мин йәшәгән ауыл бәләкәй генә, ә унда самолет ултыра. Ҡайҙан килгәне ҡыҙыҡмы?"- тип һорайым. Бер тауыштан: "Эйе!"- булды яуап.

Артабан бейемдән яҙҙырып алған видеоны ҡабыҙҙым. "Мин Стәрлетамаҡ ҡалаһында культпросветта уҡып йөрөйөм. Класташым, подполковник Фәйез Фәйзуллиндарҙа квартирала торам. Бер ваҡыт Фәйез эштән ҡайтып, самолетты сафтан сығарыуҙары тураһында хәбәр итте. Фәйез, самолетты ауылға алып ҡайтайыҡ, тип ырғып төштөм. Класташым риза булды. Тиҙ генә тормош иптәшем Ҡорманғәлегә шылтыраттыҡ. Ул совхоздан ике Камаз ебәрҙе. Самолетты тунап, тейәп ҡайтарып ебәрҙек”.

 Бына ҡайҙа булған ул коммунизм. Самолет тейәп ҡайтып барған техниканы бер милиция туҡтатмауын әйт әле!

(Ошо самолет беҙҙең ауылдан сыҡҡан дүрт авиаторға һәйкәл дә, кешеләрҙең фото төшөү урыны ла, ауылдың йәме лә. Бейемдең, Фәйез ағай һәм ҡайным мәрхүмдәрҙең ауылға бүләге).

"Уҡыусылар, кешенең мөмкинлеге сикһеҙ. Теләй икән, осоп барған самолетты туҡтатып, алып ҡайтып та ултырта ала икән. Изге ғәмәл эшләү өсөн тик теләк кенә кәрәк. Уның ваҡыты ла, үлсәү берәмеге лә юҡ. Изгелек ул ниндәй генә булһа ла изгелек булып ҡала,"- тип тамамлап, уларға өс айға "Аманат" журналына подписка бүләк иттем.

Был класс сәғәте балы буйынса икенсе урында ине. Үҙемә лә оҡшаны

Зөлфирә Таһирова, Йылайыр районы.

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: