Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Апрель 2023, 17:05

Район педагогтары "Мәғариф - ул беҙ" асыҡ сараһында ҡатнашты

Учалы, Бөрйән, Белорет, Әбйәлил, Межгорье ҡалаһы уҡытыусылары “СТиЭМ” ярышында үҙ көстәрен һынаны.

Район педагогтары "Мәғариф - ул беҙ" асыҡ сараһында ҡатнашты
Район педагогтары "Мәғариф - ул беҙ" асыҡ сараһында ҡатнашты

31 мартта Учалы ҡалаһының С.Ш. Йыһаншин исемендәге 1-се Башҡорт лицейында "Мәғариф-ул беҙ" асыҡ сара сиктәрендә ойошторолған көньяҡ-көнсығыш милли инновацион мәктәптәре өсөн белем биреү сессияһы уҙҙы.
Мәктәп етәкселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, башҡорт төркөмдәре тәрбиәселәре өсөн “Башланғыс һәм дөйөм белем биреү өлкәһенә яңыртылған Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын индереү”, “Яңыртылған Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы уҡыу программалары, эш пландары”, “Яңы уҡытыу-методик саралар менән тәьмин итеү”, “Уҡытыусының квалификацияһын үҫтереүҙә профессиональ конкурстар”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада хәрәкәте”, “Туған телдән дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы”, “Урал батыр” конкурсы хаҡында эшлекле әңгәмә, практикум ойошторолдо, кәңәштәр тыңланды. Педагогик оҫтаханала тренингтар, мастер-кластар үткәрелде.
Сараның йомғаҡлау өлөшөндә Учалы, Бөрйән, Белорет, Әбйәлил, Межгорье ҡалаһы уҡытыусылары “СТиЭМ” ярышында үҙ көстәрен һынаны.

Бөрйән районының уҡытыусылар командаһы был ярышта өсөнсө урын яуланы.

Сарала ҡатнашҡан уҡытыусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар, еңеүҙәр һеҙгә юлдаш булһын!

Район мәғариф бүлеге 

Район педагогтары "Мәғариф - ул беҙ" асыҡ сараһында ҡатнашты
Район педагогтары "Мәғариф - ул беҙ" асыҡ сараһында ҡатнашты
Район педагогтары "Мәғариф - ул беҙ" асыҡ сараһында ҡатнашты
Район педагогтары "Мәғариф - ул беҙ" асыҡ сараһында ҡатнашты
Автор:
Читайте нас: