Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Март 2023, 10:35

Байназарҙа Уҡытыусы һәм остаз йылын асыуға арналған сара үтте

28 мартта Байназар мәҙәниәт йортонда Уҡытыусы һәм остаз йылын асыуға арналған сағыу сара үтте. Сарала мәктәп коллективы, ветеран уҡытыусылар, мәктәпкәсә белем биреүсе педагогтар һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

Байназарҙа Уҡытыусы һәм остаз йылын асыуға арналған сара үтте
Байназарҙа Уҡытыусы һәм остаз йылын асыуға арналған сара үтте

Уҡытыусы – донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Үҙеңдең тәжрибәңде оло тормош юлына яңы аяҡ баҫып килеүсе йәштәргә тапшыра белеү – оло һәләт. 2023 йылдың президент тарафынан Педагог һәм Остаз йылы тип иғлан ителеүе уҡытыусы алдына оло яуаплылыҡ өҫтәй һәм бөгөнгө көндә лә был һөнәрҙең бөйөк булыуын иҫбатлай. Был ҡарар – уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйыу менән бер рәттән, ул башҡарған эштең әһәмиәтен аңлау һәм баһалау ҙа ул.
28 март, Байназар мәҙәниәт йортонда Уҡытыусы һәм остаз йылын асыуға арналған сағыу сара үтте. Сарала мәктәп коллективы, ветеран уҡытыусылар, мәктәпкәсә белем биреүсе педагогтар һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.
Ветеран уҡытыусыларҙың ҡатнашыуы был сараға айырыуса ҙур мәртәбә өҫтәне. Уларҙың һәр береһе оҙаҡ йылдар дауамында ауыл мәктәбендә уҡытып, йөҙәрләгән балаға белем биреп, ҙур донъяға юл асҡан кешеләр.
Байрамда ҡатнашыусыларҙы мәктәп директоры Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улы ҡайнар сәләмләне һәм иң йылы теләктәрен еткерҙе.
– Мин һеҙҙең оло хеҙмәтегеҙгә ихлас рәхмәтемде еткерәм. Дәрәжәле һәм бик күркәм – Уҡытыусы һәм остаз йылы менән ҡотлайым һеҙҙе! – тине ул.
Бөрйән районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Вәлиева Венера Фәрит ҡыҙы, мәғариф бүлеге начальнигы Сәйфитдинов Илшат Ғаяз улы, район хакимиәте мәғариф идаралығының методика кабинеты етәксеһе Ғүмәрова Роза Шәриф ҡыҙы һәм Байназар ауыл хакимиәте башлығы Салауатов Айрат Зиннур улы илебеҙҙең киләсәген тәрбиәләгән, балаларға үҙ-үҙҙәрен асырға, аңларға, тормошта дөрөҫ йүнәлеш табырға ярҙам иткән ауыр ҙа, яуаплы ла һөнәр эйәләре, уҡытыусыларҙы, ҡотлап, мәғариф өлкәһендә фиҙаҡәр, уңышлы хеҙмәт итеүсе уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Ҡотлауҙар уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Йылыбыҙ ҡотло, йөкмәткеле, уңышлы булһын, хөрмәтле уҡытыусылар, тәрбиәселәр!

Автор:
Читайте нас: