Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Март 2023, 08:55

Учалынан еңеү менән ҡайтҡандар!

24-25 мартта Учалы ҡалаһында балалар халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре араһында "Яҙ һулышы" фестивале үтте. Унда беҙҙең райондан да йәш бейеүселәр ҡатнашып, уңыштар яулап ҡайтҡан.

Учалынан еңеү менән ҡайтҡандар!
Учалынан еңеү менән ҡайтҡандар!

-Конкурста Байназар ауылынан Исмакова Зилә Янғәле ҡыҙы етәкселегендә ике коллектив ҡатнашып, ҙур уңыштар яуланылар.
Егерме йылдан күберәк эшләп килеүсе Байназар урта мәктәбенең "Азамат" өлгөлө балалар бейеү ансамбле үҙенең оҫталығын тағы ла бер ҡат иҫбатлап, 2 дәрәжәле дипломант булыуға өлгәште. "Йәйләүҙә" бейеүе жюри һәм тамашасы күңеленә хуш килде.
Камил Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең Байназар филиалының "Еҙ үксә" өлгөлө балалар бейеү ансамбле тәүге тапҡыр республика кимәлендәге бәйгелә үҙҙәрен һынап ҡараны. Тәүгә сыҡтыҡ тип торманылар, 2 дәрәжәле лауреат исемен яуланылар. "Аҡбуҙат вариҫтары" бейеүе оло еңеү килтерҙе.
Шулай уҡ уҡыусылар Салауат Низаметдинов исемендәе Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт коллежында хореография буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаранылар. Ә кискә фестивалдә ҡатнашыусылар дискотекала күңел астылар.
Ансамблдәрҙең етәксеһе Зилә Янғәле ҡыҙы бөтә оҫталығын һалып бейеүселәрҙе әҙерләп, юғары уңыштарға өлгәштерҙе. Уның ышанысы аҡланыуға беҙ, ата-әсәләр, ихлас шатбыҙ. Киләсәктә уңыштар тағы ла күберәк булһын.
Фестивалгә барыу өсөн автобус бүлгән мәғариф бүлегенә, яғыулыҡ менән тәьмин иткән директорҙарыбыҙ Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улына, Иманғолов Рәмил Кәрим улына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Сәйәхәттең төп спонсорҙары әлбиттә ата -әсәләр булды. "Урал" балалар һауыҡтырыу санаторийында йәшәүҙе улар күтәрҙеләр. Костюмдарҙы еренә еткереүҙә ҙур көс һалдылар.
Беҙҙең балаларҙы имен -һау алып йөрөтөп ҡайтҡан водителдәребеҙ Айытбаев Илдус Фәнил улына һәм Вәлиев Исрафил ағайға, үҙ автомобилендә балаларҙы алап барышҡан Ләйсән Ирек ҡыҙы Зәйнуллинаға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Балаларҙы Хәйбуллина Нәсимә Рифҡәт ҡыҙы,сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Үтәғолов Тимур оҙатып йөрөнөк.
Фестивалдән бейеүселәр яңы дәрт алып, тиңдәр араһында тиң булыуҙарына ышанып, яңы ижади хыялдар менән ҡайтты, - тип хәбәр итә Байназар мәктәбе уҡытыусыһы Нәсимә Салауатова.

Афарин, байназарҙар!

Учалынан еңеү менән ҡайтҡандар!
Учалынан еңеү менән ҡайтҡандар!
Учалынан еңеү менән ҡайтҡандар!
Автор:
Читайте нас: