Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Март 2023, 17:20

Еңеү менән ҡайтҡандар!

Был ниндәй аҫыл егеттәр, тиһегеҙҙер. Ҡыпсаҡ егеттәре улар! Өфөнән еңеп ҡайтҡандар һәм тағы бер ҙур ярышҡа юлланырға әҙерләнәләр. Был турала – артабан.

Еңеү менән ҡайтҡандар!
Еңеү менән ҡайтҡандар!

Әбделмәмбәт мәктәбенән 10-сы класс уҡыусылары Ирхан Үтәбаев менән Сынтимер Билалов Өфө ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округы (ПФО) интеллектуаль олимпиадаһының "Робототехника" йүнәлеше буйынса төбәк этабында ҡатнашып, еңеү яулағандар! Афарин!
Егеттәр апрель айында Пермь ҡалаһында үтәсәк Рәсәй этабында (окружной этап) ҡатнашасаҡтар.

Уларға уңыштар теләйек!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: