Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Март 2023, 11:45

Байрамға барғандай көтәм

Физкультура дәресен яратмаған уҡыусы юҡтыр ул. Мин дә шул дәрес өсөн ашҡынып торам, сөнки беҙҙе үҙе йәш, үҙе көслө, үҙе ҡыйыу Рәсих Рәфис улы Дауытов уҡыта.

Байрамға барғандай көтәм
Байрамға барғандай көтәм

Ағайыбыҙ мәктәптә йәшәй, тиһәм дә хата булмаҫ ул. Дәрестәре шул тиклем мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы үтә. Төштән һуң спорт түңәрәктәре, коньки, саңғы, баскетбол – барыһына ла ваҡытын тигеҙ итеп бүлә. Шулай уҡ уҡыусыларҙы мәктәп, район, республика ярыштарына алып йөрөргә лә өлгөрә. Шуның өсөн аҙнаның  ике көнөн (шишәмбе һәм шаршамбы)  мин байрамға барған кеүек көтөп алам.  

Рәсих ағай республиканың мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында уҙған "Геройҙар уҙышы" ярышында ла ҡатнашты, беҙҙең райондыҡылар иң көслө ун команда иҫәбенә инде.        

Рәсих Рәфис улын һәм шулай уҡ барлыҡ уҡытыусы ағайҙарҙы үтеп киткән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап, ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләп ҡалам.

Сынтимер ЗӘЙНУЛЛИН,

Әбделмәмбәт мәктәбенең IV синыф уҡыусыһы.

 "Йәншишмә" гәзиненән

Автор:
Читайте нас: