Ағайыбыҙ мәктәптә йәшәй, тиһәм дә хата булмаҫ ул. Дәрестәре шул тиклем мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы үтә. Төштән һуң спорт түңәрәктәре, коньки, саңғы, баскетбол – барыһына ла ваҡытын тигеҙ итеп бүлә. Шулай уҡ уҡыусыларҙы мәктәп, район, республика ярыштарына алып йөрөргә лә өлгөрә. Шуның өсөн аҙнаның ике көнөн (шишәмбе һәм шаршамбы) мин байрамға барған кеүек көтөп алам.
Рәсих ағай республиканың мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында уҙған "Геройҙар уҙышы" ярышында ла ҡатнашты, беҙҙең райондыҡылар иң көслө ун команда иҫәбенә инде.
Рәсих Рәфис улын һәм шулай уҡ барлыҡ уҡытыусы ағайҙарҙы үтеп киткән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап, ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләп ҡалам.
Сынтимер ЗӘЙНУЛЛИН,
Әбделмәмбәт мәктәбенең IV синыф уҡыусыһы.