Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Ғинуар 2023, 15:05

М. Рәхимов пенсияға сыҡҡас та Бөрйән балаларын хәстәрләп йөрөнө...

...Мортаза Рәхимовтың Бөрйәнгә һуңғы сәфәре  хәтерҙә. Республика етәксеһе вазифаһынан киткәненә 2 йыл тулып үткәс, республика менән Р. Хәмитов идара иткән ваҡытта килгәйне ул. “Таң” гәзитенең 2012 йылда сыҡҡан 110-сы һанында был турала мәҡәлә донъя күрҙе. Беренсе биттә! Баш мәҡәлә! Был турала тулыраҡ – артабан.

М. Рәхимов пенсияға сыҡҡас та Бөрйән балаларын хәстәрләп йөрөнө...
М. Рәхимов пенсияға сыҡҡас та Бөрйән балаларын хәстәрләп йөрөнө...

...Мортаза Рәхимовтың Бөрйәнгә эш сәфәре менән килгән саҡтарына, шөкөр, күп тапҡыр шаһит булырға тура килде. Бөрйәнгә һуңғы эш сәфәре менән килгәнендә лә тейҙе был бәхет...

Республика етәксеһе вазифаһынан киткәненә 2 йыл тулып үткәс килде Бөрйәнгә М. Рәхимов.

“Таң” гәзитенең 2012 йылда сыҡҡан 110-сы һанына баш мәҡәлә итеп яҙғайным ул турала. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙғандарым тулыһынса донъя күрә алманы...

 

Беҙҙең районға һуңғы сәфәрендә Аҫҡар мәктәбендә һәм “Урал” ФОК-ында булды.

-Беҙ был мәктәптәге эштәрҙе башлап, тамамлап өлгөрмәгәйнек. Теүәлләп ҡуйырға ант иткәйнем. Бына шуның буйынса килдем. Хәҙер пенсияламын. “Урал” хәйриә фонды менән шөғөлләнәм. Республика буйынса күп кенә эштәр башҡарабыҙ. Медицина, дин буйынса ярҙам күрһәтәбеҙ. Һеҙҙең менән яңынан осрашыуыма бик ҡыуанып торам, - тигәйне Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов Аҫҡарҙа.

Бына шулай, пенсияға сыҡҡас та хәстәренән өҙмәне халыҡты Президентыбыҙ.

Халыҡ өсөн эшләгән кеше халыҡ күңелендә ҡала. Бөрйәндәр күңелендә лә яҡты, матур хәтирәләр һаҡлана Мортаза Ғөбәйҙулла улы хаҡында...

 

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: