Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Декабрь 2022, 16:55

Юғалған глобус (хикәйә) Лира Яҡшыбаева

Искәндәрҙең дәрес әҙерләй торған бүлмәһендә лә, башҡа урындарҙа ла бер ниндәй глобус күренмәне. Класс етәксеһе иркен тын алды. Тимәк, үҫмер ғәйепһеҙ. Тимәк, ул дөрөҫ эшләгән уҡыусыһын яҡлашып. Борсоғаны өсөн Ғәлиә ханымдан ғәфү үтенеп, Айзирәк Рәхмәтулла ҡыҙы кире мәктәпкә ашыҡты. Ләлә Шәриповна кабинетында ине. Искәндәрҙең тиҙерәк аҡларға ашығып килгән уҡытыусы өҫтәлдә ултырған глобусты күреп, аптырап ҡалды...

Юғалған глобус (хикәйә) Лира Яҡшыбаева
Юғалған глобус (хикәйә) Лира Яҡшыбаева

География уҡытыусыһы уҡытыусылар бүлмәһенә журнал алырға ингән туғыҙынсыларҙың класс етәксеһе Айзирәк Рәхмәтулла ҡыҙын битәрләп ҡаршы алды:
- һеҙҙең уҡыусығыҙ минең кабинеттан глобус урлаған! – Ләлә Шәриповнаның тауышы был хәлде үҙ күҙҙәре менән күреп торғандай кире ҡаҡҡыһыҙ ҡәтғи яңғыраны.
- Глобус урлаған? Уны урлап ни эшләтһен?
- Малайҙар глобустан светомузыка яһай. Ә һеҙҙең Искәндәрҙең нәҡ шундай нәмәләргә ынтылышы көслө.
Айзирәк баҫҡан ерендә ҡатты ла ҡалды. Эйе, Искәндәр техникаға оҫта. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Класташтарының велосипедын, мотоциклын да йыш ҡына ул ремонтлап бирә. Компьютерҙы, электрон техниканы яҡшы белә. Әммә былар глобус урлауға сәбәп була аламы ни? Бер аҙ уйланып торғас, класс етәксеһе һорау бирҙе:
- Алғанын кем күргән?
- География кабинетына инеп, глобусты алдына ҡуйып, оҙаҡ итеп уға текләп ҡарап ултырғанын күргәндәр.
- Был ғына уғрылыҡта ғәйепләргә нигеҙ була алмай, Ләлә Шәриповна. Искәндәрҙең ошоға тиклем кешенең энәһенә лә тейгәне булманы. Уҡыусымдың урлашыуына ышана алмайым. Башта тикшереп ҡарарға кәрәк.
Ә географ шелтәле тонын һаман ҡуйманы:
- Беләбеҙ инде һеҙҙе, - тине - Һәр ваҡыт уҡыусыларығыҙҙы
яҡлашаһығыҙ. Уларға ел-ямғыр тейҙермәҫкә тырышаһығыҙ. Былтырғы педсоветта анау быума сирле Әнисәгеҙҙе яҡлап, тәки көсләшеп туғыҙынсыға күсерттерҙегеҙ. Футбол уйнағанда туп менән мәктәп тәҙрәһен бәреп ватҡан Мансурығыҙҙы яҡлашып, педсоветта дау ҡуптарҙығыҙ. Уҡыусыларығыҙға яҡшатлы булырға итәһегеҙ, буғай.
- Мин – класс етәксеһе. Үҙемә беркетелгән уҡыусыларҙы кәрәк саҡта яҡлар, кәрәк булһа, тәрбиәләр өсөн ҡуйылғанмын. Асығын белмәйенсә уҡыусыларыма нахаҡ бәлә яҡтырмам. Һиңә лә бала күңелен яралауҙан һаҡ булырға кәңәш итәм. Кеше күңеле гәлсәр вазалай, бер ыуалһа, бөтәймәй. Ә Әнисәгә килгәндә, быума сирле булыуына ул үҙе ғәйепле түгел, ауырыуҙы ҡыҙ бала һатып алмаған. Класынан тороп ҡалһа, яңы коллективҡа өйрәнеүе уға бик ауырыуға тура килер ине. Ә хәҙер уның күңеле бөтөн. Беренсе синыфтан бергә уҡыған иптәштәре уны аңлай, ғәрип тип ҡыйырһытмай. Мансур ҙа тәҙрәне махсус ватмаған, футбол уйнағанда тубы яңылыш килеп тейгән.
- Беҙҙең мәктәп инвалид балаларҙың көйөн көйләй,
тәртипһеҙҙәрҙе яҡлашып ултыра торған спецшкола түгел. Талап һәр уҡыусыға бер иш булырға тейеш.
Әсе телле, киҫкен тәбиғәтле, еңмеш география уҡытыусыһының мәрхәмәт сатҡыһы булмаған йөҙөнә ҡарап торҙо ла Айзирәк Рәхмәтулла ҡыҙы башҡаса һүҙ көрәштермәне. “Яман – еңдем, яҡшы ҡуйҙым тир”, тип уйланы ла бәхәсте ошо ерҙә туҡтатты. Класс етәксеһе ни бары был ҡаты бәғерле әҙәмдең, Искәндәргә ҡаты бәрелеп, үҫмерҙең күңелен яралап ҡуймаһын тип ҡурҡты.
- Ләлә Шәриповна, - тине ул ялбарыулы тауыш менән. - Хәлде асыҡламай тороп, Искәндәргә глобус тураһында бер ни ҙә әйтмәй торайыҡ. Зинһар, үтенәм. Мин хәҙер үк Ибраһимовтарға барам. Алған булһа, глобус өйөнән бер ҡайҙа ла китмәҫ. Кисә генә юғалғас, һеҙ фараз иткән светомузыканы эшләп өлгөрмәгәндер, моғайын.
- Тикшереүгә бер көн ваҡыт бирәм. Ә иртәгә юғалған мәктәп милкен тергеҙеүҙе һорап, директорға ғариза яҙасаҡмын. Дирекция глобус хаҡын үҙе түләттереп алыр. Уҡыусығыҙҙы яҡлашаһығыҙ икән, әйҙә, ана, үҙ кеҫәгеҙҙән сығарып түләрһегеҙ.
Бөгөн Айзирәктең дәрестәре күп түгел. Ул эше бөтөү менән, Искәндәр ҡайтып етмәҫтән алда тип, уларҙың өйөнә ашыҡты. Үҫмерҙең әсәһе Ғәлиә ханым бик аҡыллы ҡатын. Мәктәптәге хәлде һөйләп бирһә, ул барыһын да дөрөҫ аңлаясаҡ. Уҡытыусы бит фәҡәт уҡыусыһының ғәйепһеҙ икәнен иҫбатларға тырыша.
- Улымдың урлаша торған ғәҙәте һиҙелгәне юҡ. Булһа һеҙҙән йәшереп тормаҫ инем. Бурлыҡ төбө - хурлыҡ. Ундай насар яғы булһа, яҡлашыу түгел, уны үҙем һеҙгә барып әйтер, һеҙҙең менән кәңәшләшер инем, – тине әсәй кеше.
Класс етәксеһе әсә әйткәндәр менән тулыһынса ризалашты. Ни тиһәң дә, был класты бишенсе йыл етәкләй, бер ҡаҙанда ҡайнап йәшәйҙәр, инде бер ғаилә булып бөттөләр. Шуға ул һәр ата-әсәне биш бармағындай яҡшы белә. Ибраһимовтар ғаиләһен айырыуса ихтирам итә.
Класс етәксеһе уңайһыҙланһа ла бүлмәне, йортто ҡарап сығыу өсөн хужабикәнән рөхсәт һораны. Үҙенең был эшен:
- Был миңә һеҙҙең улығыҙҙың ғәйепһеҙ икәнен коллектив алдында иҫбатлау өсөн кәрәк, - тип ҡабатланы.
Искәндәрҙең дәрес әҙерләй торған бүлмәһендә лә, башҡа урындарҙа ла бер ниндәй глобус күренмәне. Класс етәксеһе иркен тын алды. Тимәк, үҫмер ғәйепһеҙ. Тимәк, ул дөрөҫ эшләгән уҡыусыһын яҡлашып. Борсоғаны өсөн Ғәлиә ханымдан ғәфү үтенеп, Айзирәк Рәхмәтулла ҡыҙы кире мәктәпкә ашыҡты. Ләлә Шәриповна кабинетында ине. Искәндәрҙең тиҙерәк аҡларға ашығып килгән уҡытыусы өҫтәлдә ултырған глобусты күреп, аптырап ҡалды:
- Әллә глобус табылдымы?- тип һораны. - Ҡайҙа булған? Кем алып килде? - Башынан төрлө уйҙар үтте. Ысынлап та, әллә Искәндәр алып тороп, килтереп бирҙеме, тип тә уйлап ҡуйҙы.
Көтмәгәндә кабинетҡа килеп ингән коллегаһын күреп ҡаушап ҡалған географ үҙен ҡулға алды, телгә килде:
- Әй, ни, - уның ни әйтергә белмәй теле тотлоҡто. - Баҡһаң, шунда бер коллега алып ҡайтып торған булған, яңы индереп бирҙе.
Кабинет хужаһы бер ни булмағандай үҙен тыныс тоторға тырышты. Ә эстән үҙен-үҙе әрләне: “Һәпрә, глобусты шкафҡа йәшереп ҡуйһа булыр ине бит инде. Был тынғыһыҙ, этйығыш уҡытыусының улай тиҙ килерен ҡайҙан белһен”. Ул класын яҡлашып үлеп барған уҡытыусыға бая уйламайынса ҡаты бәрелеүенә үкенеп ҡуйҙы. Әммә һүҙен гел өҫкә сығарырға өйрәнгән тәкәббер холоҡло географ бирешмәҫкә булды. Коллегаһының: “Йә, нисек уйлайһың, беҙ хәҙер ни эшләргә тейеш”,- тигән һорауына дорфа ғына:
- Эй, китсе әле, ерле юҡҡа бәйләнмә. Ул тиклем нимә булған? Глобус юғалғас, эҙләргә тейеш инем инде, - тип яуап бирҙе.
- Искәндәрҙең әсәһен борсоғаныбыҙ өсөн икәүләп барып ғәфү үтенергә кәрәк булыр.
- Тағы нимә? – Ләлә коллегаһына күҙен аҡайтып ҡараны. - Белә-белгең килһә, хәл асыҡланмайынса үҙеңә унда барып йөрөмәҫкә кәрәк булған, үәт.
Бая ғына күҙен астырмай битәрләгән коллегаһының яңы әйткән һүҙҙәренән Айзирәк ултыра төшә яҙҙы. Уныңса, Искәндәрҙе уғрылыҡта ғәйепләп, уға яла яҡҡанға ҡарап, класс етәксеһе ҡул ҡаушарып ултырырға тейеш инеме? Юҡ, Ләлә бындай ҡараштары менән артабан педагог булып эшләй алмай, тип уйланы ғәҙеллек яратҡан Айзирәк Рәхмәтулла ҡыҙы. Мәктәп изге урын. Унда балалар яҙмышына битарафтарға урын булырға тейеш түгел. Тура һүҙле уҡытыусы уйлаған уйын географҡа әйтмәй булдыра алманы.
- Һеҙ педогог түгелһегеҙ. Мәктәптә һеҙгә урын юҡ. Үҙегеҙ китәһегеҙме, әллә директорға, роноға ошо тәртибегеҙ тураһында докладной яҙып бирәйемме? – Үҙенең хаҡлы икәненә ныҡ ышанған Айзирәк асыу-ярһыу менән шулай тине. - Һеҙ бит хаталаныуығыҙ өсөн хатта ғәфү үтенергә лә теләмәйһегеҙ.
Бала тәрбиәләүгә, педагогикаға ике төрлө ҡарашлы уҡытыусыларҙың бәхәсе ни менән тамамланды тиһегеҙҙер. Әлбиттә, теге саҡта ҡыҙыулыҡ менән әйтеп ташлаһа ла эскерһеҙ Айзирәк коллегаһы өҫтөнән ялыу яҙып йөрөмәне. География уҡытыусыһы иһә, туры килгән бер ерҙә: “Айзирәк менән һаҡ булығыҙ, ул жалобщица, һәр кем өҫтөнән ялыу яҙырға әҙер”, - тигән ғәйбәт таратты.
... Бына Уҡытыусылар көнө етте. Мәктәптә байрам. Тантаналы кисәгә бар коллектив йыйылған. Трибуна артына сығып баҫҡан мәктәп директоры иң яҡшы уҡытыусыларҙың исемлеген атап сыҡты һәм:
- Йәш быуынды тәрбиәләүҙәге уңыштары өсөн Ләлә Шәрип ҡыҙы мәктәптең Почет грамотаһы менән бүләкләнә! – тине. – Ул беҙҙең коллективтың маяғы. Барығыҙ ҙа унан үрнәк алығыҙ!
Ошо мәл Айзирәк Рәхмәтулла ҡыҙы директорҙан маҡталып, Почет грамотаһы алып маһайып үҙ-үҙенән ҡәнәғәт булып ултырған уҡытыусы яғына ҡараны, глобус менән булған теге хәлде иҫенә төшөрҙө, йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. Ғәҙәттә, ғәрсел үҫмерҙәр ундай яла яғыуҙарҙы кисерә алмай. Эш-хәл йыш ҡына фажиға менән тамамлана. Уйлауы ла ҡурҡыныс. Был эре, һауалы коллегаһын ваҡытында урынына ултыртмаған булһа, уның ғәйепһеҙ уҡыусыны уғрылыҡта ғәйепләүе ни менән барып бөткән булыр ине икән?! Уйлауы ла ҡурҡыныс. Әлбиттә, Айзирәк ул саҡтағы уҡытыусы менән уҡыусының, мәктәп менән ата-әсәнең араһына ҡағылышлы был хәлде, ғәҙәтенсә, “Уҡытыусы көндәлеге” дәфтәренә яҙып ҡуйҙы һәм онотто.
Почет грамотаһы менән бүләкләнгән коллегаһы яғына ҡарап, шулай уйланып ултырғанда, акттар залына мәктәпте бынан биш йыл элек тамамлап сыҡҡан элекке уҡыусылары килеп инде.
- Беҙ бында яратҡан класс етәксебеҙҙе, мәктәптең иң яҡшы уҡытыусыһын, Уҡытыусылар көнө менән ҡотларға килдек. Капитандар окендарҙа дөрөҫ юлды йондоҙҙарға ҡарап тапһа, беҙ дөрөҫ йәшәү юлын үҙебеҙҙең Айзирәк апайға ҡарап табабыҙ. - Шулай тинеләр ҙә аҫыл сәскәләрҙән торған ҙур гөлләмәне уҡытыусыға килтереп тапшырҙылар. - Беҙҙең оло рәхмәтебеҙҙе ҡабул итеп алығыҙсы.
Ҡулы аҫтында эшләгән уҡытыусыларҙың холоҡ-фиғелен, эш алымдарын белеп етмәгән, ғәмһеҙ, вайымһыҙ директор ҡулынан маҡтау ҡағыҙы алыуға ҡарағанда, Айзирәккә рәхмәтле уҡыусылары ҡулынан гөлләмә алыуҙың дәрәжәһе юғарыраҡ тойолдо.

Лира Яҡшыбаева.

Автор:
Читайте нас: