Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Декабрь 2022, 11:55

Беҙ ҙә “интернатский” булдыҡ

...Тауҙы төшә башлағас, минең сама менән Кордонға яҡынлашҡас, бер бәләкәй генә ялансыҡҡа барып сыҡҡайныҡ, юл бөттө лә ҡуйҙы. Башҡалар миңә ҡарай, ә мин белмәйем ҡайһы яҡҡа барырға. Тегеләй ҙә, былай ҙа барып ҡарайбыҙ, аҙаштыҡ беҙ. Ҡыҙҙар иламһырай башланы, Һарағы малайҙары аҙаштырған өсөн мине туҡмарға булып китте. Зыу киләбеҙ шунда.

Беҙ ҙә “интернатский” булдыҡ
Беҙ ҙә “интернатский” булдыҡ

Интернат балалары өсөн, ялға ҡайтыу ҡыуаныслы мәлдәрҙең береһе булғандыр. Тыуған йортҡа ҡайтып, бер төн булһала өйҙә йоҡлап, туйғансы өй ризығы ашап, өлгөргән тиклем атай-әсәйгә ярҙам итешеп китәһең.
Иртәнсәк , мәктәпкә барырҙан алда уҡ, алып ҡайта торған әйберҙәреңде әҙерләп, төйнәп ҡуяһың, бер-ике дәреслек тә һалып алған булаһың, барыбер тотоп та ҡарамаясағыңды белһәң дә. Дәрестәр тамамланыу менән, интернатҡа ҡайтып, тиҙ-тиҙ генә кейемде алмаштырып кейеп, алдан әҙерләнгән рюкзакты йөкмәп ашханаға йүгерәбеҙ. Ултырып та тормай, аяғөҫтө килеш бер телем икмәкте сәйгә ҡушып ашайһың да, сығып йүгерәһең. Бер нисә тапҡыр, ҡайта торған көндө, төшкөлөккә аш бешереп тә ҡаранылар, тәмле аш булғанда ла ашаусы табылманы. Беренсенән, һәр бала тиҙерәк тыуған йортона ҡайтҡыһы килә, ә өйҙә бөтә төр аш та тәмлерәк тойола. Икесенән - тулы ҡорһаҡ менән йүгереп ҡайтыуы ҡыйын буласаҡ.
Һәр ҡайһыныһы ашыға, яйлап атлап ҡайтыусы юҡ. Күптәр ҡыҙыу аҙымдар менән атлаһа, байтаҡтары йүгерә. Әлбиттә, иң алдан саңғылары булғандар бара. Ике ауылдан (Һарағы, Кордон) 4-8 кластарҙа уҡыған 100-ләп интернат балаларының ялға ҡайтҡанда, төркөмдөң башы Кордонда булһа, икенсе осо саҡ Ҡыпсаҡтан сығып барған була. Беҙ Кордонға тиклем йүгереп ҡайтһаҡ та, арып та өлгөрмәйбеҙ, ә Һарағыларға 12 саҡрым тәпәйләр кәрәк.
Ҡыпсаҡҡа уҡырға барғас, тәүге ялға ҡайтҡаныбыҙ хәтерҙә уйылып ҡалған. 4 -се класс уҡыусылары шәмбе көнө 4 дәрес кенә уҡый торғайнылар. Башҡаларға 6 дәрес яҙылһа ла, һирәк кенә тулыһынса уҡығандарҙыр, күбеһенсә класс менән һөйләшеп, һуңғы дәрестән ҡаса торғайныҡ. Ашханала тамаҡ ялғап алғас, беҙ, 4-се класс уҡыусылары ( Кордондан - мин, Азанов Ринат, Йәғәфәрова Сабира, Һарағылар - Ваһапова Зөлхизә, Исҡужина Хәмиҙә, Хөснөтдинова Гөлсөм, Ғәлин Рәшит, Сәғитов Рәсүл, Яхин Вил һәм Кәрим, Вәхит Исҡужиндар) ҡайтырға сыҡтыҡ. Мин был яҡ юлдарҙы, йәнәһе лә, яҡшы белгән кеше, класташтарымды тура юлдан алып ҡайтырға булдым. Ҡыпсаҡтың хәҙерге "Шанхай" яғы ул мәлдәрҙә кәртәләнгән лесничество биләмәһе ине. Шул биләмә аша (әлеге Фәрит ағайҙар йәшәгән өй янынан) урман юлы үтә, "через лесхоз" тип йөрөтә инек ул юлды. Шул юлдан күңелле генә ҡайтып барабыҙ. Тауҙы төшә башлағас, минең сама менән Кордонға яҡынлашҡас, бер бәләкәй генә ялансыҡҡа барып сыҡҡайныҡ, юл бөттө лә ҡуйҙы. Башҡалар миңә ҡарай, ә мин белмәйем ҡайһы яҡҡа барырға. Тегеләй ҙә, былай ҙа барып ҡарайбыҙ, аҙаштыҡ беҙ. Ҡыҙҙар иламһырай башланы, Һарағы малайҙары аҙаштырған өсөн мине туҡмарға булып китте. Зыу киләбеҙ шунда. Ҡапыл яҡында ғына әтәстәр ҡысҡырғаны ишетелде. Ҡыуаныстан әтәс тауышы ишетелгән яҡҡа йүгерәбеҙ. Ҡырсын ҡаяһының үҙәгенән килеп төштек ауылға, ауылға килеп еткән ерҙә тигәндәй аҙашып йөрөгәнбеҙ.
  Интернатта ятып, тәүге уҡыған йылдары, бер аҙна эсендә ауылды, өйҙө, туғандарҙы һағынып ҡайтаһың. Тәүге осор, ауылға яҡынлаша башлағас, ҡыуаныстан ҡысҡыра, һыҙғыра торғайным. Әсәм: "Шарылдап ҡысҡырғансы, лутсы йырлаһаң", - тигәс, йырлап ҡайта башланым.
Өйҙәге һәр эш тә күңелле башҡарыла. Эш күп булһа ла, кискә ҡарай саңғы, сана шыуырға, йә боҙҙа сәкән һуғырға ваҡыт табабыҙ. Иртәгәһен, төштән һуң, кире интернатҡа китергә йыйына башлайбыҙ. Алып бара торған кейемдәрҙән башҡа бер буханка икмәк һәм һылап ашарға аҙыраҡ һары май ҙа һалып алабыҙ. Дәрестән ҡасҡан малайҙар ашамаһа, икмәкте асыҡҡан мәлдәрҙә, аҙна буйы, яйлап ашайһың. Интернатта ашау яғы наҡыҫыраҡ булды, икмәк тә, сәй ҙә норма менән бирелде. Ярай, икмәк норма менән булһа ла, сәйҙе ни эшләп бер генә көрөшкә биргәндәрҙер, өҫтәлдәге артыҡ сәй өсөн малайҙар талашып, һуғышып киткән осраҡтар ҙа булғыланы.
Өйҙә мөмкин тиклем оҙағыраҡ булыу өсөн, кискә, эңер төшә башлағас ҡына интернатҡа китергә сығабыҙ. Ҡыш, сана юлы төшкәс, һирәкләп булһа ла, балаларҙы атҡа егелгән саналарҙа алып баралар, 3 ат егәләр беҙҙе алып барырға. Алдағы атҡа конюх ултыра, ә ҡалған аттарҙа дилбәгә булмай, улар шул килеш эйәреп киләләр. Тау аҫтына төшкәндә аттар саба башлайҙар, арттан килгән "рулһеҙ" ат сана өҫтөнә килеп менер кеүек тойола.

Әлбиттә, ылау менән барыу бик һирәк эләгә торғайны. Ә башҡа ваҡыттарҙа, ҡараңғы төшә башлағас, төркөм-төркөм булып Ҡыпсаҡҡа юлланабыҙ. Янда тыйыусы булмағанда, юл буйы туҙышып ятҡан бесән өйөрөмдәренә ут төртә-төртә барабыҙ (ул ваҡыттарҙа һәнәк-сана булмай, бесәнде санаға тейәп ташыйҙар ине.Колхоз малдарына көн дә ташыған бесәнде рәтләп тейәмәгәс, ҙур-ҙур өйөрөмдәр ҡойолоп ятып ҡала), ҡараңғы төндә улар матур булып янып яталар. Тау башына менгәнсе Кордондың электр станцияһының тауышы ишетелеп торһа, тауҙы артылыу менән Ҡыпсаҡ станцияһыныҡы ишетелә башлай, ҡараңғыла шул станцияларҙың тауыштары ла, ҡурҡмаҫ өсөн тыныслыҡ бирә. Ҡыпсаҡҡа яҡынлашҡас, ауылдың тоноҡ ҡына ут яҡтылары күренә башлай. Өйгә ҡайтҡансы, тағы бер уҡыу аҙнаһы үткәрер кәрәк...

Бына шулай белем алдыҡ беҙ...

Фәрзәт Ҡаһарманов, Әбделмәмбәт ауылы.

Автор:
Читайте нас: