Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Ноябрь 2022, 16:40

Мәҙәниәт министры урынбаҫары уҡыусыларға ҡурай бүләк итте

БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Илдар улы Мөхйәнов Иҫке Монасип мәктәбенә 10 ҡурай бүләк итеп, уҡыусыларҙы ҡыуандырған. 

Мәҙәниәт министры урынбаҫары уҡыусыларға ҡурай бүләк итте
Мәҙәниәт министры урынбаҫары уҡыусыларға ҡурай бүләк итте

Мәктәптә Азат Әхмәт улы Әйүпов етәкселегендә ҡурай түңәрәге эшләп килә. Балалар ҡурай уйнарға ихлас өйрәнәләр, өлкән класс егеттәре оҫта һыҙҙырта башлаған да инде. Ҡурайсылар араһында бер ҡыҙ уҡыусының - 7-се кластан Раушания Көнәфинаның булыуы ла һоҡландыра. Милли уйын ҡоралыбыҙ менән тулыланғас, хәҙер мәктәбебеҙҙә тотош ҡурайсылар ансамбле төҙөргә лә була.
Беҙҙең мәктәпкә айырым иғтибар бүлеп, халҡыбыҙҙың милли ҡомартҡыһын бүләк итеүсе Илнур Илдар улына коллектив исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - ти мәктәптең педагог-психологы Д. Ҡотлобаева.

 
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: