Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Ноябрь 2022, 11:00

Балалар көндөҙгө лагерҙа ял итә

Көҙгө каникулдар осоронда райондың 7 мәктәбендә балаларҙың ялын файҙалы һәм әүҙем итеү өсөн көндөҙгө лагерҙар ойошторолдо.

Балалар көндөҙгө лагерҙа ял итә
Балалар көндөҙгө лагерҙа ял итә

Әбделмәмбәттә - 80, Байназарҙа - 165, Иҫке Собханғол урта белем биреү мәктәбендә 226, Иҫке Собханғол төп белем биреү мәктәбендә - 80, Яңы Собханғол мәктәбендә - 90, Ғәҙелгәрәй мәктәбендә - 30, Ғәлиәкбәрҙә 30 бала 31 октябрҙән 5 ноябргә тиклем көндөҙгө мәктәп яны лагерҙарында ял итәләр, белемдәрен арттыралар. Тәрбиәселәр төрлө ижади һәм спорт сараларында балаларҙа илһөйәрлек, ерһөйәрлек тойғоларын үҫтерергә, уларҙың каникулдарын күңелле лә, файҙалы ла итергә тырыша.


- Балаларҙың ялын ойоштороуҙа хәүефһеҙлек саралары иң мөһим урынды алып тора. Йыл һайын лагерь биләмәләрендә барлыҡ ҡорамалдар тикшерелә һәм акттар төҙөлә, санитар-эпидемиологик һығымта алына, эсә торған һыу лаборатор тикшерелә, хеҙмәткәрҙәр медицина, гигиеник күҙәтеүҙәр үтә.


Бөтә балалар ҙа страховкаланды һәм улар көн һайын хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса инструктаждар үтә, янғынды иҫкәртеү, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре, берәҙәк эттәр килеп сыҡҡанда үҙеңде тотоу, электр приборҙары менән дөрөҫ файҙаланыу кеүек темаларға саралар уҙғарыла. 2022 йылға балаларҙың ялын һауыҡтырыу лагерҙарында, ҡала ситендәге стационар һауыҡтырыу лагерҙарында, мәктәп яны лагерҙарында, балалар шифаханаларында ойоштороу өсөн 5 131 200 һум аҡса бүленде. Шуларҙың 1 286 000 һумы – етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ителгән балаларҙың ялын ойоштороу өсөн тәғәйенләнде, - тине район мәғариф бүлегенең әйҙәүсе белгесе Р. Ишдәүләтова.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: