Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Октябрь 2022, 17:10

Мәктәптә хәлдәр нисек?

«Мәктәптә хәлдәр нисек?» - тип һорайбыҙ беҙ көн һайын, телефонға ҡарап, эш тураһындағы хәбәрҙәргә яуап биреп йәки йорт эштәре менән шөғөлләнеп. Шунан һуң үҫмерҙәрҙең үҙ тормошо хаҡында һөйләмәүенә үпкәләйбеҙ. Һеҙгә уларҙың тормошо ысынлап та, ҡыҙыҡлы икәнен аңлаһын өсөн, балалар менән нисек һөйләшергә һәм ниндәй һорауҙар бирергә була?

Мәктәптә хәлдәр нисек?
Мәктәптә хәлдәр нисек?

Һәр ата-әсә баланың хәлдәрен, мәктәптә нимә менән шөғөлләнеүен һәм унда үҙен нисек тойоуын белергә теләй. Әммә дөйөм һорауҙар баланы йыш ҡына тупикка ҡуя, һәм уға яуап биреүе ҡыйын. Мәктәптә хәлдәр нисек, тигән һорауҙан бала ялҡып китә. Күбеһе хәлдәрен һөйләмәй, ҡыҫҡа ғына итеп һәйбәт, насар, тип кенә яуап бирәсәк. Шуға балалар һәм үҫмерҙәргә «дежур һорауҙар» бирмәгеҙ. Шунда уҡ яуап бирә алырлыҡ һорауҙар бирһәң, улар үҙҙәре үк ҙур теләк менән һөйләй башлай. Бала һөйләгән һайын һеҙҙең дә һорауҙарығыҙ тыуып ҡына торасаҡ.

Мәҫәлән, бөгөн тәнәфестә нимә эшләнең?  

Рәсем дәресендә нимә һүрәте төшөрҙөң, ниндәй ҡәләм менән буяның?

Кем бөгөн һине көлдөрҙө?

Берәйһенә ярҙам иттеңме йәки киреһенсә кем һиңә ярҙам итте?

Класта иң ҡыҙыҡ малай кем?

Иртәгә һин уҡытыусы булһаң, дәрестә нимә тураһында һөйләр инең?

Кем менән дуҫлашыу оҡшай?

Балағыҙҙың нимә хаҡында борсолғанына иғтибар итегеҙ. Ваҡыт уҙыу менән ул үҙ тормошо хаҡында теләп һөйләй башлар.

Һәр ғаиләлә төрлөсә аралашалар. Яйлап башлағыҙ, шунда уҡ күп һорауҙар бирмәгеҙ - бала юғалып ҡалырға йә баҫым яһағанын тойорға мөмкин. Көндәлек темаларҙан башларға тырышығыҙ: йышыраҡ эштәрегеҙ һәм хәлегеҙ нисек икәнен, нимә менән шөғөлләнергә теләүен һорағыҙ. Тормошоғоҙ хаҡында күберәк һөйләй башлаһағыҙ, көн һайын ҡыҙыҡлы ваҡиғалар менән бүлешһәгеҙ һәм борсоған һорауҙарығыҙ хаҡында һөйләһәгеҙ, бик шәп булыр.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: