Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Сентябрь 2022, 10:45

Музейға яҡты исеме бирелде

Ғәҙелгәрәй ауылы мәктәбенең тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына уның нигеҙ һалыусыһы Ишморатова Флүзә Йомағужа ҡыҙының исеме бирелде.

Музейға яҡты исеме бирелде
Музейға яҡты исеме бирелде

Ишморатова Флүзә Йомағужа ҡыҙы 1965 йылдың 16 мартында Ғәҙелгәрәй ауылында Йомағужа һәм Зәйнәп Юлсуриндар ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килгән. Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 1981 йылда Белорет педагогия училищеһына уҡырға инеп, 1985 йылда уны уңышлы тамамлай. Хеҙмәт юлын Аҡбулат башланғыс мәктәбендә башлай. Артабанғы педагогик эшмәкәрлеге Ғәҙелгәрәй мәктәбе менән бәйле. Ул оҙайтылған көн төркөмө тәрбиәсеһе, өлкән пионервожатый, башланғыс кластар уҡытыусыһы, тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы булып эшләгән.

Флүзә Йомағужа ҡыҙы педагогик асылын тулыһынса асып, ҡайҙа ғына эшләһә лә эшен намыҫлы, теүәл, яуаплы башҡарған дәртле, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡытыусы була.

Ул районда беренселәрҙән булып мәктәп музейы асыуға өлгәшкән. Бөтә ауыл халҡын, уҡыусыларҙы йәлеп итеп, бөртөкләп экспонаттар йыйып музейҙы булдырған.

 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2017 йылдың 29 авгусында ҡаты сир уны беҙҙең аранан алып китте. Уҡыусылары, яҡындары, коллегалары, ауылдаштары уны изге күңеле, туған йәнле, тормошто яратыусы, әүҙем, дәртле, ихтирамлы, яҡшы кеше тип күңелдәрендә мәңге һаҡлар.

Музейға яҡты исеме бирелде
Музейға яҡты исеме бирелде
Музейға яҡты исеме бирелде
Музейға яҡты исеме бирелде
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: