Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Сентябрь 2022, 09:30

Асылһын ишектәр, инһен балалар

Бөрйән районының Иҫке Монасип мәктәбе 1 сентябрҙә икеләтә шатлыҡ кисерҙе. Уҡыусылар Белем байрамында капиталь ремонттан һуң яңыса һулыш кисергән мәктәпкә аяҡ баҫты.

Асылһын ишектәр, инһен балалар
Асылһын ишектәр, инһен балалар

Мәғариф учреждениеһын асыу тантанаһында Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов, БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Илдар улы Мөхйәнов, Баймаҡтағы “СМК” яуаплылығы сикләнгән  ойошманың генераль директоры Альберт Фәрит улы Яхин, район мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Ғаяз улы Сәйфитдинов, Иҫке Монасип ауыл хакимиәте башлығы Хәбир Мәһәҙей улы Йомағолов ҡатнашты.

Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, бөгөнгө ауыл уҡыусыһы берҙәм мәғариф системаһында белем алған кеүек, уның уҡыған мәктәбе, класы ла хәҙерге заман талаптарына яуап биреп, уҡыу өсөн уңайлы шарттар булдырылырға тейеш. Бына ошоларҙы күҙ уңында тотоп, Данил Камил улы Ҡотлобаев мәктәпте яңыртыу кәрәклеген күтәреп сыға. Был тәҡдимде район хакимиәте лә хуплай һәм республика бюджетынан “Мәктәпкә капиталь ремонт һәм төҙөкләндереү” программаһы нигеҙендә аҡса бүленеп, эш башлана. Ремонт эштәрен Баймаҡ районының “СМК” яуаплылығы сикләнгән  ойошмаһы алып бара. Бер йыл үтеүгә белем усағы танымаҫлыҡ булып үҙгәреп, яңыса йөҙ ала. Бинаның ҡыйығы, тышҡы стеналары яңыртып көпләнә, ихатаһына асфальт түшәлә. Мәктәптең эсендә лә тулыһынса косметик ремонт эштәре башҡарылыуҙан тыш, яңы кабинеттар барлыҡҡа килә. Хәҙер Монасип уҡыусылары өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған хореография, психология кабинеттары эшләй. Бөтә фәндәрҙән дә  тиерлек кабинеттар дәрестәрҙе мауыҡтырғыс һәм фәһемле итеп үткәреү өсөн бик күп төрлө инвентарҙар менән тулыландырылған. Яңы технологиялар менән уҡытыу маҡсатында лингафон кабинеттары, йәғни проекция һәм тауыш биреү техникалары менән йыһазландырылған махсус бүлмә булдырыла. Бындай кабинет ғәҙәти кластан уҡыуҙы сифатлы, һөҙөмтәле һәм юғары тиҙлектә алып барыу мөмкинлеге биреүе менән айырылып тора. Гардероб, спорт залы эргәһендәге душ бүлмәләре, ашхана – барыһы ла уҡыусылар өсөн уңайлы итеп эшләнелгән.

Белем байрамы быйыл беренселәрҙе ҡаршы алыуҙан тыш, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының флагы күтәрелеүе, дәүләт гимндары яңғырауы менән тулҡынландырғыс булды. Ихата тирәләй  шау сәскәләр, байрамса биҙәлгән сәхнә, ҡулдарына гөлләмә тотҡан шат йөҙлө уҡыусылар, беренселәрҙең тырышып-тырышып шиғыр һөйләүҙәре, сығарылыш  уҡыусыларының йырҙары, бейеүсе ҡыҙҙар сығышы – барыһы ла байрам кәйефен бермә-бер арттыра барҙы.

Район башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы байрам тантанаһында уҡыусыларҙы ҡотлап, уларҙы ҡыйыулыҡҡа, берҙәмлеккә саҡырып, заман менән бергә атлаған маҡсатлы, илһөйәр шәхестәр булып үҫеүҙәрен теләне һәм мәктәпкә бүләк - 10 мең һумлыҡ сертификат тапшырып, уңышлы эшләгән педагогтарға район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһын тапшырҙы. Был наградаға мәктәп директоры Данил Ҡотлобаев, уның уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Линура Сафина, инглиз теле уҡытыусыһы Розалия Айытбаева һәм рәсем уҡытыусыһы Гөлфирә Көнәфина лайыҡ булды.

Мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Сәйфитдинов та мәктәптең икеләтә шатлығы менән уртаҡлашып, уҡыусыларға заманса уҡыу шарттары булдырыу - төп бурысыбыҙҙың береһе тип билдәләне. “Мәктәптең бөгөн яңырыу кисереүе дөйөм коллективтың тырыш хеҙмәт емеше ул,”- тине һәм директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары Гәрәй Ишемғужинға, китапханасы Тәнзилә Бурановаға, техник хеҙмәткәр Рәмилә Юлдашеваға Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Мәктәп тупһаһына яңы аяҡ баҫҡан беренселәр ҙә бүләктәр алып ҡыуанды.

Әйткәндәй, быйыл 1-се класҡа 4 малай һәм 3 ҡыҙ уҡырға килде, ә сығарылыш уҡыусылар һаны - 11. Белем усағы яңы уҡыу йылына 120 уҡыусыны ҡабул итте.

Байрам тантанаһы ҡыҙыл таҫмаларҙы киҫеү, беренселәр өсөн тәүге ҡыңғырау сыңы һәм мәктәп буйлап экскурсия менән тамамланды.

 

Динара Яҡшыбаева.

Асылһын ишектәр, инһен балалар
Асылһын ишектәр, инһен балалар
Асылһын ишектәр, инһен балалар
Асылһын ишектәр, инһен балалар
Асылһын ишектәр, инһен балалар
Асылһын ишектәр, инһен балалар
Асылһын ишектәр, инһен балалар
Автор:
Читайте нас: