Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Сентябрь 2022, 17:30

«Шайморатов класы» булдырылды

Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге тәүге өс класс Башҡортостан Хөкүмәтенең 2020 йылдың 28 авгусындағы 865-се ҡарары нигеҙендә 2020 йылда асылды. Быйылғы  уҡыу йылында республика мәктәптәрендә Шайморатов исемен йөрөткән 79 класс асылды. Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 5-се «шайморатовсылар» класына 23 бала уҡырға килде.

«Шайморатов класы» булдырылды
«Шайморатов класы» булдырылды

Шайморатовсылар кластарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы кавалеристары батырлығы миҫалында ил тарихына хөрмәт, илһөйәрлек, Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәргә, сәләмәт тормош рәүешенә өйрәтеү, әүҙем гражданлыҡ ҡарашлы булып үҫеүҙәренә булышлыҡ итеү эше алып барыла.

- Шайморатовсы кластарын асыу – илһөйәрлек тәрбиәһенең иң яҡшы алымдарының береһе. Махсуслаштырылған класта иғтибар күберәк математика, тарих, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә йүнәлтелә, - тине 5 «Ш» класының синыф етәксеһе Лилиә Салауат ҡыҙы Норотҡолова.

«Шайморатов класы» булдырылды
«Шайморатов класы» булдырылды
Автор:
Читайте нас: