Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Сентябрь 2022, 18:00

Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү

Быйылғы уҡыу йылында илебеҙҙең бөтә мәктәптәрендә лә йәмғиәт ҡиммәттәренә арналған синыф сәғәттәре үткәрелә башланы. Иҫке Собханғол урта белем биреү мәктәбенең 11-се синыфтарында һәм 5-се "шайморатовсылар" класында «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» темаһы аҫтында тәүге синыф сәғәттәрен район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, уның социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары В. Вәлиева, район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғ. Хәлитов, мәғариф бүлеге начальнигы И. Сәйфитдинов уҙғарҙы.  

Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү
Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү

 «Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү» сәғәттәре, төрлө йәш төркөмөнә ҡарап, бәхәс ҡороу, квиз, белгес менән әңгәмә рәүешендә уҙғарыла.

11 «А» синыфының класс етәксеһе Ф. Хәкимова уҡыусыларға «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» президент платформаһы проекттары, унда ҡатнашҡан уҡыусыларҙың уңыштары һәм мөмкинселектәре тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте. Мәктәптән төрлө йылдарҙа сығарылған 4 уҡыусы ошо плаформалағы проекттарҙа ҡатнашып, әлеге ваҡытта ВУЗ-дарҙа юғары стипендия алып уҡып, уңышлы эшләп йөрөүҙәрен белдерҙе. Уңышлы кеше булып китеү өсөн, мәктәп йылдарынан уҡ бөтә булған мөмкинлектәреңде файҙаланып, киләсәгеңде хәстәрләргә кәрәк тигән фекерҙе уҡыусыларға еткерергә тырышты.  Ғәзиз Миңлеәхмәт улы  Рәсәй тарихына бер аҙ туҡталып, уҡыусыларҙы һау-сәләмәт, спорт менән дуҫ булырға, ваҡыттың ҡәҙерен белеп, уны бушҡа уҙғармаҫҡа, илебеҙҙең көслө, рухлы граждандары булырға өндәне. Ул уҡыусыларҙың һайлаясаҡ һөнәрҙәре менән дә ҡыҙыҡһынды. 11-се «А» синыфынан киләсәктә программистар, юрист, IT-белгес, дизайнер, стоматологтар,  автомеханик, инженер, физиктар, полиция хеҙмәткәрҙәре, геолог һәм хәрбиҙәр сығасаҡ.

11 «Б» синыфында В. Вәлиева балалар менән кешенең иң ҡиммәт нәмәһе – ғүмер, тигән төшөнсәне  билдәләнеләр. Венера Фәрит ҡыҙы һәр кеше бала саҡтан киләсәккә әҙерләнергә, үҙен үҙе һаҡларға, һаулығын ҡайғыртырға тейеш, тип аңлатты, финанс грамотлылығына ла туҡталып үтте. Әүҙем уҡыусыларҙың береһе Морат Шәрипов класс сәғәтендә яңғыраған бер-нисә фекер менән килешмәй, үҙ позицияһын белдерҙе.

(Дауамы гәзиттә).

Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү
Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү
Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү
Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү
Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү
Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү
Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү
Автор:
Читайте нас: