Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Сентябрь 2022, 16:10

“...Әллә берыңғай икенсе йылға ла медосмотр үтеп ҡуяйыҡмы?”

  Йылайыр районының Сәләх ауылында йәшәүсе уҡытыусы Зөлфирә Таһированың медосмотр үтеү мажаралары хаҡындағы бынау яҙмаһын уҡып, һын ҡатып көлөп-көлөп арығас, был “тәмлекәс”тән һеҙҙе лә мәхрүм ҡалдырмаҫҡа булдым, дуҫтар.

“...Әллә берыңғай икенсе йылға ла медосмотр үтеп ҡуяйыҡмы?”
“...Әллә берыңғай икенсе йылға ла медосмотр үтеп ҡуяйыҡмы?”

 

Август булһа уҡытыусыларҙы медосмотрға тип сыбыҡлай башлайҙар. Шуға бүленгән аҡсаға йылда бер нисә уҡытыусыны санаторийға ебәреп торһалар файҙаһы күберәк булыр ине. Бер ыңғай яғын да күрмәйем шул медосмотрҙың. Бер ерең ауыртып торған хәлдә лә , здорова, тип һораһа, да, да, тип сығып китеү яғын ҡайыраһың. Лишь был тиҙерәк үтеп бөтөргә лә, сығып китергә .

Бер йылы шулай этешеп-төртөшөп, ирешеп-талашып медосмотр үтеп йөрөп ятабыҙ. Бәғзеләре ишек тотҡаһына йәбешеп тигәндәй тора. Өҫтөңә менеп киләләр , тапалап, типкеләп үтеп китеп торалар.

Сәс ҡутарылып, йөҙ йәмшәйеп, төймәләр төшкәне төшөп ҡалып , эленгәне эленеп тороп ҡалып, бер салғыйың һәлберәп, икенсеһе ялбырап һин дә кешенән ҡалышмаҫҡа тырышып сабауыллайһың.

Төш яҡынлашты. Мин бер ишек төбөнә килеп терәлдем. Сират таралған. Бер апай йүгереп килде лә :
- Һин генәме әллә бында ?- тип ҡыуанып китте.
- Эйе.
-Атыу мин һинән һуң
-Йәһ...
Мин инеп киттем. Арып-йонсоғаны төҫөнә сыҡҡан хирург эсте астырҙы ла, бармағының осо менән генә төртөп ҡараны ла "Здорова" тип яҙып та ҡуйҙы.

Мин һап-һау булыуыма ҡыуанып йүгереп сығып та киттем. Шул тиҙлек менән теге апай эргәһенән үткәндә:
- Женскийҙан уширит ала торам,-тинем.
Женский икенсе зданиела. Мин барғансы обед етте, тегеләр мине курмәмеш булышып, сумочкаларын алып, ишектәрен шарт ябып сығып та киттеләр😂

Залдағы ултырғысҡа барып ултырҙым.

Һәлберәтә баҫып , бик кәйефһеҙ генә хирургка инеп ҡалған апай килде.

-Нимә настроениең юҡ, бер нимә тинеме әллә?- тип һорай һалдым.

-Эй, алйот мин ул кабинетҡа ингән булғанмын да инде.

-Ыста...

- Ишектәге яҙыуын да уҡымай барып индем дә, поднимите футболку , тигәс эстән генә , нимә һәр бер кабинет һайын эсте астыра,тип уйлап эсемде асып торам, ҡараны ла, яҙам тип уҡталды ла килеп карточкамды елгәреп ебәрҙе:" совсем с ума сошли что ли, в один кабинет по несколько раз заходите,"-тип әрләп-әрләп сығарып ебәрҙе,- тей был .

😂😂😂Мин бер женский коридоры булып көлөп алып киттем. Әйҙә көләм , теге апайға ҡарайым да көләм.

-Врачты танымайһыңмы әллә , бер күргәнһең бит инде,- тейем.

-Баш ҡаңғырып китте...

-Врачың был бәләкәс генә шыма эсте мин ҡайҙа күрҙем әле ,- тип иҫләй алмай, аптыраңҡырап ултырғандыр әле , тейем дә тағы көләм 😂😂😂

Ул миңә усегеңкерәп китә.

-Эй ҡытҡылдама әле, -тигән һайын көләм😂😂😂

Көлә -көлә обедҡа таралыштыҡ. Зөмәрә апайыма трехэтажкаға барып сәй эстем дә сыҡҡайным ғына баяғы врач- хирург тора. Ул да шунда йәшәй икән. Уны күргәйнем тағы иҫкә төштө😂😂😂

Үтеп бөттөк тә заключение алырға сиратта ултырабыҙ. Мин түҙмәй теге историяны ҡыҙҙарға һөйләнем 😂😂😂

Мәйтәм, был апайыбыҙ беренғай икенсе йылға ла үтеп ҡуям ,тип һәр кабинетҡа икешәр йөрөп сыҡты😂😂😂, яңы сәй эсергә барғанда ла Каплин һорап тора ине, та женщина случайно не с вами, я бы хотел ее еще раз осмотреть, живот мне ее больно понравился, тип тейем😂😂😂

-Ээ шулайҙыр.... Тигән була ла апай өндәшмәй 😂

Коридор беҙҙең көлгән тауыштан геүләп тора. Бер заман теге хирург кабинетынан сыҡты ла тирә-яғын байҡап тора ине беҙгә етә ҡалды :
- Ана, Каплин сығып һине эҙләй, теге бәләкәс кенә , ҡап-ҡара эсле бисә ҡайҙа , тағы инһен, тип ҡарап тора , тип тағы тотондоҡ ҡытҡылдарға.

Шунан телгә бөткән икенсе апай:

-Эй, ҡара, беҙ буйға бейек булғас беҙҙе ултырған килеш кенә ҡараны , һин бәләкәс кенә ,һине нисек ҡарай ул?- тип сурыта 😂😂😂
-Мине йөгәнәкләп ятып ҡараны,- тип үпкәле тауыш менән яуап биргәйне тәгәрәгәнсе көлдөк.

Теге апай күптән пенсияла, ә беҙ медосмотр етһә бер-беребеҙҙе:
- Әллә икенсе йылға ла үтеп ҡуяйыҡмы,- тип шаяртабыҙ😂😂😂

Автор:
Читайте нас: