Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Август 2022, 11:20

Балҡып тора белем усағы

Һуңғы йылдарҙа районыбыҙ ауылдарында бынамын тигән заманса мәктәптәр төҙөлөп сафҡа инеүе – үҙе бер ҡыуаныс, киләсәктең өмөтлө булырына ишара. Яңы Собханғол мәктәбе лә – шулар иҫәбендә.

Балҡып тора белем усағы
Балҡып тора белем усағы

108 уҡыусыға, 90 балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһенә тәғәйен мәктәпкә яңы уҡыу йылында 160 бала барасаҡ! 9-сы класҡа иһә 16 уҡыусы көтөлә. Мәктәп директоры Факил Фәрзәт улы Кинйәбаев әйтеүенсә, кластар тулы – уларҙа 18-20-ләп бала уҡый, 1-се класҡа килеүселәр һаны – 22.

Белем усағында йәмғеһе 48 кеше эшләһә, шуларҙың 21-е педагогик хеҙмәткәр, 10-ы – мәктәпкәсә төркөмдә эшләй, ҡалғандары – техперсонал.

Мәктәп заманса һаҡ, үткәреү режимы аҫтында эшләй, белем алыу өсөн бөтә шарттар бар.

Мәктәптең алды, тотош биләмәһе гөл-сәскәгә  күмелеп, әллә ҡайҙан балҡып торһон өсөн дә күп көс түгелгән. Хужалыҡ эштәренә яуаплы Н. Хоҙайбирҙин бурысын ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Мәктәптең үҙенең автоном ҡаҙанлығы эшләп килә.

“Мәктәбебеҙ яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер. Кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ. Мәктәпте уҙған уҡыу йылында тамамлаған 14 уҡыусының 3-әүһе Иҫке Собханғол мәктәбендә уҡыуын дауам итәсәк, ҡалғандары урта махсус уҡыу йорттарына инде.

Былтыр балалар баҡсаһына даими йөрөүселәр һаны 75-80 булды, 3 төркөм эшләне.

Мәктәп коллективы сағыштырмаса йәш. Былтырғы уҡыу йылында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Азалия Мөхәмәт ҡыҙы Самарбаева районда үткән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында Гран-при яулап, республика кимәленә сыҡты һәм номинацияла еңеүгә өлгәште. Элекке йылда ла беҙҙең мәктәптең сит телдәр уҡытыусыһы Физәлиә Таһир ҡыҙы Кинйәбаева “Йыл уҡытыусыһы” район бәйгеһендә Гран-при яулап, республика кимәлендә район намыҫын яҡлағайны. Уҡытыусыларыбыҙҙың үҙ өҫтәрендә  ныҡышмал эшенә  һәм камиллашыуына дәлил был. Илүзә Ураз ҡыҙы Ҡулбирҙина ла – алдынғылар иҫәбендә.

 

(Дауамы гәзиттә).

Автор:Айһылыу Ғарифуллина
Читайте нас: