Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Август 2022, 17:00

Төп маҡсат - муниципаль мәғариф системаһы үҫешенең йөкмәткеһен яңыртыу һәм сифатын яҡшыртыу

Яңы уҡыу йылы алдынан район мәғариф бүлеге етәксеһе Илшат Ғаяз улы Сәйфетдинов менән райондағы мәғариф тармағының торошо хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Төп маҡсат - муниципаль мәғариф системаһы үҫешенең йөкмәткеһен яңыртыу һәм сифатын яҡшыртыу
Төп маҡсат - муниципаль мәғариф системаһы үҫешенең йөкмәткеһен яңыртыу һәм сифатын яҡшыртыу

 

-Белем биреү балалар баҡсаһынан башлана. Шуға һүҙҙе  лә шунан башларға кәрәктер.

-Эйе, әлбиттә, балаға белем биреүҙең тәүге орлоҡтары балалар баҡсаларында һалына.

Районда 30 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы бар: 6 балалар баҡсаһы юридик шәхес булып тора,  24 мәктәп янындағы мәктәпкәсә төркөм эшләй.

Районда 1 йәштән 7 йәшкә тиклемге 1823 бала иҫәпләнә,  шуларҙың 1150-һе балалар баҡсаһына йөрөй. Мәктәпкәсә белем биреү менән тәьмин ителеш 63%. Мәктәпкәсә белем биреү  учреждениеларына йөрөмәгән 6,5 йәштән 7 йәшкә тиклемге буласаҡ 1-се класс уҡыусыларының барыһы ла дөйөм белем биреү ойошмалары базаһындағы мәктәпкәсә әҙерлек менән тәьмин ителгән.

-Мәктәп – киләсәк бишеге, тибеҙ. Мәктәптә белем биреү юҫығында нимәләр әйтерһегеҙ?

-Районда  34 белем биреү ойошмаһы бар:

- 6 башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы;

- 2 төп дөйөм белем биреү мәктәбе;

- 20 филиалды үҙ эсенә алған 6 урта дөйөм белем биреү мәктәбендә 3082 уҡыусы белем алды.

Белем биреүҙең муниципаль системаһы үҫеше йүнәлештәренең береһе - юғары кластарҙа профилле уҡытыу. 2 базалы мәктәптә 10-11-се кластарҙа уҡыусыларҙың 60%-ы профилле уҡытыуға йәлеп ителгән.

Иҫке Собханғол урта мәктәбендә - физика-химия, химия-биология, социаль-иҡтисади йүнәлеш, Байназар урта мәктәбендә социаль-иҡтисади һәм химия-биология йүнәлештәре булдырылған.

Уҡыусыларға сифатлы белем биреүҙә тигеҙ шарттар булдырыу өсөн райондың 24 ауылынан 472 уҡыусыны 33 мәктәп автобусында даими йөрөтөү ойошторолдо.

Райондың 4 мәктәбендә йәшәү һәм уҡыу өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған интернат бар. Бөтә уҡыусылар ҙа беренсе сменала уҡыны.

Йыл йомғаҡтары буйынса райондың белем биреү учреждениеларында өлгәш - 100%, сифат - 49%.

2022-2023 уҡыу йылында дөйөм белем биреү ойошмаларына 271 баланы 1-се класҡа алыу планлаштырылды, уларҙың 203-ө күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләнән булғанға күрә, мәктәп кәрәк-яраҡтары тапшырылды.  Мәктәп формаһы өсөн компенсацияны 2019 йылда - 919, 2020 йылда - 750, 2021 йылда  838 бала алды.

-Балаларға өҫтәлмә белем биреү системаһы ла баланың үҫеше өсөн ҙур мөмкинлектәр аса...

-Районда балалар өсөн 2 өҫтәлмә белем биреү ойошмаһы эшләй: «Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе» һәм «Балалар ижады үҙәге».

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе эшмәкәрлеге балаларға физик тәрбиә биреүгә  йүнәлтелгән программаны тормошҡа ашыра һәм өҫтәлмә белем биреү программаһы буйынса физкультура-спорт эшен ойоштора.

2021–2022 уҡыу йылында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 256 уҡыусы шөғөлләнде. 5 тренер-уҡытыусы эшләне. Спорт төрҙәре: волейбол, мини-футбол, саңғы, хоккей, милли көрәш, йөҙөү. 2021-2022 уҡыу йылында 9 спорт төрө буйынса 10 район ярышы уҙғарылды. Район ярыштарында 1134 уҡыусы, зона ярыштарында 9 спорт төрө буйынса 124 уҡыусы, республика финал ярыштарында 47 уҡыусы ҡатнашты. Башҡортостан республикаһы уҡыусыларының  ХХIV спартакиадаһы йомғаҡтары буйынса республиканың 54 районы араһында Бөрйән 9-сы урынды биләне.

(Дауамы гәзиттә)

Автор:Т. Йыһанурова
Читайте нас: