Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Август 2022, 12:05

11-сене тамамлаусыларҙың уҡырға инеү һөҙөмтәләре

2022 йылда районда 11-се класты 103 уҡыусы тамамланы. Шуларҙың 55-е юғары уҡыу йорттарына, 45-е урта махсус уҡыу йорттарына уҡырға инде.

Әбделмәмбәт мәктәбен 12 уҡыусы тамамлаһа, шуларҙың 3-әүһе – юғары, 9-ы урта махсус уҡыу йорттарына ингән.

Аҫҡар мәктәбен 5 уҡыусы тамамлаһа, икәүһе – вуз, өсәүһе ссуз студенты.

Байназар мәктәбен тамамлаған 12 уҡыусының 8-е – вуз, 4-әүһе ссуз студенттары булып киткән.

Ырғыҙлы мәктәбен тамамлаған 4 уҡыусының берәүһе юғары, 2-әүһе урта махсус уҡыу йортона, Иҫке Монасип мәктәбен тамамлаған 7 баланың 2-әүһе вузға, 5-әүһе ссузға ингән.

Иҫке Собханғол мәктәбен 63 бала тамамлаһа, шуларҙың 39-ы вуз студенттары, 22-һе ссуз студенттары рәтен тулыландырған.

 

Ә. ВӘЛИЕВА.

11-сене тамамлаусыларҙың уҡырға инеү һөҙөмтәләре
11-сене тамамлаусыларҙың уҡырға инеү һөҙөмтәләре
Автор:
Читайте нас: