Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Июнь 2022, 15:30

Уҡытыусы ни өсөн илаған?

...Ошо тарихты уҡығас, ә беҙҙең балалар ни эшләр ине икән, тип уйланым. Күҙгә йәштәр тығылды...

Уҡытыусы ни өсөн илаған?
Уҡытыусы ни өсөн илаған?

Судандағы провинцияларҙың береһендә ярлыларҙың балалары өсөн тәғәйенләнгән мәктәптә уҡытыусы уҡыусыларын яҡшыраҡ уҡырға дәртләндереү маҡсатында уҡыуҙа иң ныҡ тырышҡан балаға яңы аяҡ кейеме алып бирергә ҡарар итә.

Балаларға был идея оҡшай. Яҡшы бүләкте эләктереү маҡсатында ихлас тырышып инша яҙа башлайҙар.

Ярты сәғәт эсендә бөтә балалар ҙа эштәрен тамамлап, уҡытыусыға тапшыра башлайҙар.

Иншаларҙы уҡып сыҡҡас, уҡытыусы аптырап ҡала – барыһы ла ныҡ тырышып яҙған, бүләкте кемгә бирергә?

Шуға күрә ул яңы аяҡ кейеме хужаһын йәрәбә ысулы менән билдәләргә ҡарар итә һәм уҡыусыларының һәр береһенә ҡағыҙға үҙенең исемен яҙып, бөкләп, йәшниккә төшөрөргә ҡуша.

Барыһы ла йәшниккә ҡағыҙҙарын төшөрөп бөткәс, уҡытыусы уларҙы ныҡлап болғатып, араһынан ҡулына эләккән бер ҡағыҙҙы тартып сығара. Һәм еңеүсенең исемен атай – Вафа Әбделкәрим! Бөтә балалар ҙа ҡул саба һәм Вафаны ихлас күңелдән ҡотлай башлайҙар.

Был ҡыҙыҡай, ысынлап та, был бүләккә лайыҡ була. Ул үҙенең туҙып, тишелеп, ылбырап бөткән иҫке ботинкаларында көскә атлап йөрөгән. Ләкин был уға иң яҡшы уҡыусылар араһында булырға ҡамасауламай.

Өйөнә ҡайтҡас, уҡытыусы был тарихты иренә күҙ йәштәренә быуыла-быуыла һөйләй.

Ире ҡатынының был ғәмәленә бик ҡыуана. Ләкин был тарихтың ҡатынын ни өсөн шул тиклем тетрәндергәнен аңламай. Сөнки ҡыҙыҡай ысынлап та яҡшы уҡыған һәм класта яҡшы аяҡ кейеме булмаған берҙән-бер бала булған.

Ҡатынының яуабы ирҙе хайран ҡалдырған һәм иларға мәжбүр иткән...

Ә эш былай булған... Уҡытыусы йәшниктәге башҡа яҙыуҙарҙы ла асып ҡарай башлағас, шаҡ ҡатҡан. Сөнки барлыҡ ҡағыҙҙарға ла бер генә исем яҙылған булған – Вафа Әбделкәрим!

...Балалар был ҡыҙҙың нисек йәшәгенән белгәндәр һәм, үҙҙәре лә ярлы булыуға ҡарамаҫтан, был бүләктән класташтары файҙаһына баш тартырға ҡарар иткәндәр...

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: