Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Июнь 2022, 15:30

Күңел ҡушыуы буйынса

Байғаҙы ауылы мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәрзәнә Исрафил ҡыҙы Сабитова исемендәге премия тапшырылды. 

Күңел ҡушыуы буйынса
Күңел ҡушыуы буйынса

Әсәһе иҫтәлегенә Ришат Хажғәле улы шәхсән булдырған премияға һәм матур бүләктәргә быйыл (пандемия сәбәпле бирелмәй ҡалған йылдарҙы ла иҫәпкә алып) 3 уҡыусы эйә булды.

Премия йыл һайын рус теле һәм әҙәбиәте фәненән иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән бер уҡыусыға тәғәйенләнә. Уҡыусыларға диплом, рус теленең аңлатмалы һүҙлеге, аҡсалата премия, шулай уҡ рус теле уҡытыусыһына, мәктәпкә, сығарылыш класы уҡыусыларының һәр береһенә бүләктәр бирелә.

Сабитова Фәрзәнә Исрафил ҡыҙы  Ленин исемендәге Мәскәү педагогия институтының рус филологияһы факультетын тамамлаған. Йәш белгес тыуған ауылына ҡайта һәм ғүмере буйы Байғаҙыла рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Үҙенең тырышлығы, белеме менән ул Башҡортостандың иң алдынғы 10 русист исемлегенә ингән.

Уҡыусылар остаздарына оло рәхмәтле. Бөгөнгәсә, Фәрзәнә Исрафиловнаның уҡыусылары рус телен бик яҡшы беләләр тигән фекер йәшәп килә.

- Әсәйем баҡыйлыҡҡа күскәс, был премияны булдырырға ҡарар иттем. Байғаҙы мәктәбе уҡытыусылары менән кәңәшләшеп, комиссия төҙөнөк. Быйыл Фәрзәнә Исрафил ҡыҙы исемендәге премияға 14-се уҡыусы лайыҡ булды.  Әйтергә кәрәк, был минең һәм мәктәптең рус телен үҫтереү йәһәтенән индергән бәләкәй генә өлөшөбөҙ. Әлбиттә, минең өсөн уның күңел яғы мөһим. Мәктәпкә килгән һайын күңелем менән әсәйемә булған уллыҡ мөхәббәтемде ҡайтарам төҫлө.  Мәктәптә әсәйем тураһында мәғлүмәт мөйөшө булдырылған. ауылдаштар әсәйемдең ғүмерлек эшен бик юғары баһалайҙар. Уларға рәхмәт. Һәр ваҡыт тик яҡшы хәтирәләр менән иҫкә алалар, был минең өсөн оло ғорурлыҡ, - ти улы, Өфө сауҙа – иҡтисад колледжы директоры Ришат Сабитов.

Күңел ҡушыуы буйынса
Күңел ҡушыуы буйынса
Күңел ҡушыуы буйынса
Күңел ҡушыуы буйынса
Күңел ҡушыуы буйынса
Күңел ҡушыуы буйынса
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: